Хәүефһеҙлек
26 Июль 2022, 18:00

Кисә республика юлдарында 11 кеше һәләк булды...

Үлгәндәрҙең күбеһе йәштәр, шулай уҡ ике бала ла бар.

Кисә республика юлдарында 11 кеше һәләк булды...Кисә республика юлдарында 11 кеше һәләк булды...
Кисә республика юлдарында 11 кеше һәләк булды...

Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә, 25 июлдә, республика юлдарында 12 авария теркәлгән һәм уларҙа 11 кешенең ғүмере өҙөлгән, 29 кеше йәрәхәтләнгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре уҙған тәүлектә юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоуҙың 1500 осрағын асыҡлаған, 33 эскән водитель тотолған, шул иҫәптән уларҙың алтыһы икенсе тапҡыр “һуҡмыш” килеш эләккән.

Аварияларға килгәндә, иң ҡурҡыныс хәл Благовар районында теркәлде. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, “Ford Transit” микроавтобусы менән “КамАЗ” бәрелешә. Автобус Языков ауылынан Өфөгә китеп барған, салонында 20-гә яҡын пассажир булған. М-5 федераль автомобиль трассаһының 1413-сө километрында ул юл эштәре урынында ситке һыҙатта торған “КамАЗ”ға барып бәрелә. Ваҡиға урынында алты кешенең ғүмере өҙөлгән, тағы ла 13 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.

Шулай уҡ Краснокама районында ла фажиғәле хәл теркәлде – аварияла 17 йәшлек ҡыҙ һәләк булды. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, 21.15 сәғәттә Нефтекама – Яңауыл автомобиль юлының бишенсе километрында 26 йәшлек водитель “ВАЗ-2109” автомобилендә ярҙамсы юлдан сыҡҡан саҡта “Лада Приора”автомобиленә бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә 17 йәшлек пассажир ҡыҙ алған йәрәхәттәрҙән һәләк була, шулай уҡ “Лада Приора”ның 30 йәшлек водителенә һәм “ВАЗ-2109” автомобилендәге өс пассажирға медицина ярҙамы талап ителгән.  

25 июлдә киске сәғәт 11-ҙәр тирәһендә Баймаҡ ҡалаһының Әлибаев урамында авария теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, билдәһеҙ водитель 14 йәшлек йәйәүлене тапатып ҡасҡан. Юл-транспорт ваҡиғаһында йәрәхәт алған үҫмер вафат булған. Әле баланы тапатып ҡасҡан водителде эҙләйҙәр.

Төнгә ҡарай Өфө ҡалаһының Октябрь проспектында 28 йәшлек ҡала кешеһе “Infiniti М35” автомобилендә билдәһеҙ сәбәп менән юлда торған кешене бәрҙергән. 47 йәшлек йәйәүле авария урынында һәләк булған.  

Шулай уҡ төндә Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында 21 йәшлек егет “Yamaha” мотоциклында “Daewoo Nexia” автомобиленә барып бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә мотоциклист һәм уның 20 йәшлек пассажиры юл-транспорт ваҡиғаһы урынында “Ашығыс ярҙам” килгәнсе үк йән биргән. Һәләк булғандарҙың икеһе лә мотоциклда йөрөгәндә кейеү талап ителгән махсус кейем, башлыҡ кеймәгән. Шулай уҡ мотоциклистың водитель танытмаһы ла булмаған.

Тыныс тормошта йәшәп тә, ошо тиклем юғалтыуҙар кисереү - башҡа һыйғыһыҙ хәл. Был осраҡта кем ғәйепле? Әлбиттә, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен теүәл үтәмәгән водителдәр һәм йәйәүлеләр үҙҙәре.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре үтәр өсөн булдырылған, әгәр уны теүәл күҙәтмәһәк, беҙҙе бер кем дә бәләнән, фажиғәнән аралап алып ҡала алмаясаҡ. Шуға ла автомобилдә пассажир булып китеп барған осраҡта ла, әгәр рулдәге водитель ҡағиҙәне боҙа икән, уға был хаҡта әйтергә, ипле генә итеп иҫкәртергә кәрәк. Тәртипһеҙлеккә күҙ йомһаҡ йәки шымып түҙеп барһаҡ, уның насар тамамланыуы ла ихтимал. Аҙаҡ инде, авария булғас, терһәк тешләүҙән фәтүә булмаясаҡ.   

Фото: @bash_gibdd.

Кисә республика юлдарында 11 кеше һәләк булды...
Кисә республика юлдарында 11 кеше һәләк булды...
Кисә республика юлдарында 11 кеше һәләк булды...
Кисә республика юлдарында 11 кеше һәләк булды...
Кисә республика юлдарында 11 кеше һәләк булды...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас