

Алдан хәбәр итебеҙсә, 24 июлдә таң менән Бөрйән районының Байназар ауылында ҡот осҡос янғын теркәлә. Унда әсә менән ҡыҙ һәләк була.
Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, утты һүндергәндә 1985 йылғы ҡатындың һәм уның 2011 йылғы ҡыҙының кәүҙәһе табыла. Шулай уҡ 2008 йылғы малай менән 2020 йылғы ҡыҙыҡай ныҡ ҡазалана. Уларҙы ҡатын тәҙрә аша атаһының ҡулына тапшырып өлгөрә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 14 йәшлек малайҙың хәле яҡшынан булмай, уның тәненең 90 проценты янғаны асыҡлана. Бөгөн ул дауаханала йән биргән...
Өс кешенең ғүмерен ҡыйған янғын аласыҡҡа ут яғыуҙан башлана. Әле ваҡиға урынынан санавиация ярҙамында Өфөгә килтерелгән ике йәшлек ҡыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн тырыша табиптар.
Ут менән һаҡ эш итәйек! Бурҙан, һыуҙан ҡалыр, уттан ҡалмаҫ, ти халҡыбыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: "Вести Башкортостан".