Хәүефһеҙлек
27 Июль 2022, 16:30

Көслө ямғыр көтөлмәгән хәл тыуҙырҙы

Ә һеҙҙә бөгөн һауа торошо нисек булды?

Көслө ямғыр көтөлмәгән хәл тыуҙырҙыКөслө ямғыр көтөлмәгән хәл тыуҙырҙы
Көслө ямғыр көтөлмәгән хәл тыуҙырҙы

Бөгөн республиканың ҡайһы бер урындарында синоптиктар алдан вәғәҙә иткән көслө, ҡойма ямғырҙар үткән.

Мәҫәлән, Сибай һәм Октябрьский ҡалалары урамдарын һыу баҫҡан. Автомобилдәр йөҙөп йөрөрлөк хәлгә еткән. Ошо хаҡта социаль селтәрҙәрҙән алынған видеояҙмаларҙы ҡарағыҙ.

Бындай һауа торошонда күңелһеҙ хәлдәргә осрамаҫ өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының, синоптиктарҙың иҫкәртеүенә иғтибарлы булайыҡ.

Фото: UTV видеояҙмаһынан скриншот.

Көслө ямғыр көтөлмәгән хәл тыуҙырҙы
Көслө ямғыр көтөлмәгән хәл тыуҙырҙы
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас