Хәүефһеҙлек
27 Июль 2022, 11:00

Шишмәнән бер юлы ике кеше...

Береһе - Дим йылғаһын йөҙөп сығырға уйлаһа, икенсеһе рөхсәт ителмәгән урында һыу ингән

Шишмәнән бер юлы ике кеше...Шишмәнән бер юлы ике кеше...
Шишмәнән бер юлы ике кеше...

Быйылғы йәйҙең эҫе булыуымы, әллә тыйылған урындарҙа һыу инеү сәбәплеме, уныһын асыҡ ҡына әйтеп булмай, әммә республика буйынса көн һайын һыуҙа һәләк булыусыларҙың һаны арта барыуы күҙәтелә. 

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, Шишмә районының Енғалыш ауылы янындағы быуала ир кешенең кәүҙәһе табылған. Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, 46 йәшлек ирҙең кәүҙәһен ваҡиға шаһиттары сығарған. Асыҡланыуынса, һыуҙа батҡан ир  йыһазландырылмаған урында һыу ингән.

Әле ваҡиға урынында оператив-тикшереү эштәре бара, шәхестең кем булыуы асыҡлана.

Йәнә районда күңелһеҙ ваҡиға теркәлгән: Дурасов ауылы янында 43 йәшлек ир Дим йылғаһын йөҙөп сығырға уйлаған... Йылғаның уртаһы тирәһендә батҡан.

Республика халҡын Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт идаралығы йәнә бер тапҡыр иҫкәртә: балаларҙы яңғыҙын һыу буйына ебәрмәгеҙ, эскән килеш һәм тыйылған урында һыу инмәгеҙ!

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас