

Бөгөн Өфө ҡалаһының Киров районында аварияла ике кеше һәләк булды.
ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, С. Перовская һәм Аврора урамдары киҫелешкән урында “Nissan Juke” водителе ике йәйәүлене тапатҡан. Авария һөҙөмтәһендә ҡатын һәм алты йәшлек бала алған йәрәхәттәрҙен үлгән.
Ваҡиға урынында тәртип һаҡлау органдары эшләй, авария сәбәптәре асыҡлана.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, фажиғә 13.30 сәғәттә теркәлгән. Һәләк булған ҡатынға - 38, балаға биш йәш булған. “Nissan Juke” рулендә - 28 йәшлек ҡатын. Уның һүҙҙәренсә, балаһын ашатыуға иғтибарын йүнәлткән саҡта кешеләрҙе төкөткән. Һуңынан машинаның тормоз менән газ педален бутаған.
Фотола күренеүенсә, һәләк булған ҡатын һәм малай йәйәүлеләр үткәүеленән сығып барған...
Һуңғы ваҡытта республика юлдарында фажиғәле тамамланған авариялар һаны ҡырҡа артты. Өс көндә юл-транспорт ваҡиғаларында 13 кешенең ғүмере өҙөлдө, шул иҫәптән өс үҫмерҙең.
Хөрмәтле водителдәр, тиҙлекте арттырмағыҙ, ашыҡмағыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ! Күп осраҡта һеҙҙең яуапһыҙлыҡ сәбәпле ғәйепһеҙ кешеләрҙең ғүмерҙәре өҙөлә, үҙ яҙмышығыҙҙы ла боҙаһығыҙ.
Фото: @bash_gibdd.