Хәүефһеҙлек
29 Июль 2022, 09:40

Аҡсаңды юғалтмайым тиһәң…

Банкоматта аҡсаны алыр алдынан ҡулайламаны ентекле ҡарап сығырға кәрәк. Карта ҡуйғыста сит әйберҙәр булмауына, клавиатураның һелкенеп тормауына инанығыҙ.

ПИН-кодты йыйғанда клавиатураны ҡулығыҙ менән ҡаплағыҙ. Ғөмүмән, карта менән иҫәпләшкәндә даими шулай эшләгеҙ. Телефонығыҙға мобиль банк ҡушымтаһын ҡуйығыҙ, СМС-белдереүҙәрҙән баш тартмағыҙ. СМС менән килгән ғәмәлдәрҙе раҫлау кодын берәүгә лә әйтмәгеҙ.

SSL-сертификаты булмаған сайттарҙан әйбер һатып алмаҫҡа тырышығыҙ. Браузерҙағы URL-адрес алдындағы ябыҡ йоҙаҡ тамғаһы, шулай уҡ URL-адрес составында https тигән яҙма SSL-сертификат булыуы тураһында һөйләй. SSL-сертификат менән һаҡланмаған сайттарҙан әйбер һатып алһағыҙ, намыҫһыҙ әҙәмдәр картағыҙҙың һандарын, шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе асыҡлауы ихтимал. 

Әгәр алданһағыҙ...

Банкка шылтыратып (номеры карта­ның артында йәки банк сайтының төп сәхифәһендә күрһәтелә), алдауҙары тураһында әйтегеҙ һәм картаға блок ҡуйығыҙ. Иҫәп буйынса өҙөмтә һорап алығыҙ, был операция менән килеш­мәүегеҙҙе белдереп, ғариза яҙығыҙ. Уның менән йәшәгән урын буйынса полиция бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ йәки Рәсәй Эске эштәр министр­лығының “К” идаралығына, банкка ошо турала белдереү ебәрегеҙ.

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА 

Читайте нас