Хәүефһеҙлек
29 Июль 2022, 08:53

Ҡанлы дүшәмбе

Һуңлаған үкенестәр, селпәрәмә килгән яҙмыштар...

Фото: @bash_gibdd.Фото: @bash_gibdd.
Фото:Фото: @bash_gibdd.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл шаңҡытырлыҡ авариялар йышая, уларҙа күпме кешенең ғүмере өҙөлә. Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған дүшәмбелә республика юлдарында 12 авария теркәлгән һәм уларҙа 11 кешенең ғүмере өҙөлгән, 29 кеше йәрәхәтләнгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре бер тәүлектә юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоуҙың 1500 осрағын асыҡлаған, 33 эскән водитель тотолған, шул иҫәптән уларҙың алтыһы икенсе тапҡыр “һуҡмыш” килеш эләккән.

 

Бер көндә 11 кешене юғалттыҡ

 

Аварияларға килгәндә, был аҙнала иң ҡурҡыныс хәл Благовар районында теркәлде. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, “Ford Transit” микроавтобусы менән “КамАЗ” бәрелешә. Автобус Языков ауылынан Өфөгә китеп барған, салонында 20-гә яҡын пассажир булған. М-5 федераль автомобиль трассаһының 1413-сө километрында ул ситке һыҙатта, юл эштәре барған урында торған “КамАЗ”ға барып бәрелә. Ваҡиға урынында алты кешенең ғүмере өҙөлгән, тағы ла 13 кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Был ҡурҡыныс авария буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, 27 йәшлек водитель һаҡ аҫтына алынған.

Шулай уҡ 25 июлдә Краснокама райо­нында ла фажиғәле хәл теркәлде – аварияла 17 йәшлек ҡыҙ һәләк булды. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, 21.15 сәғәттә Нефтекама – Яңауыл автомобиль юлының бишенсе километрында 26 йәшлек водитель “ВАЗ-2109” автомобилендә икенсел юлдан сыҡҡан саҡта “Лада Приора” автомобиленә бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә 17 йәшлек пассажир ҡыҙ алған йәрхәттәрҙән һәләк була, шулай уҡ “Лада Приора”ның 30 йәшлек водителенә һәм “ВАЗ-2109” автомобилендәге өс пассажирға медицина ярҙамы талап ителгән.  

Ошо уҡ көндә киске 10-11 сәғәт арауығын­да Баймаҡ ҡалаһының Әлибаев урамында авария теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, билдәһеҙ водитель 14 йәшлек йәйәүлене тапатып ҡасҡан. Юл-транспорт ваҡиғаһында йәрәхәт алған үҫмер вафат булған.

Ә инде төнгә ҡарай Өфө ҡалаһының Октябрь проспектында 28 йәшлек ҡала кешеһе “Infiniti М35” автомобилендә юлда торған кешене бәрҙергән. 47 йәшлек йәйәүле авария урынында һәләк булған.  

Шул уҡ төндә Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында 21 йәшлек егет “Yamaha” мотоциклында “Daewoo Nexia” автомобиленә барып бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә мотоцикл йөрөтөүсе һәм уның 20 йәшлек пассажиры “ашығыс ярҙам” килгәнсе үк юл-транспорт ваҡиғаһы урынында йән биргән. Һәләк булғандарҙың икеһе лә мотоциклда йөрөгән­дә талап ителгән махсус кейем, башлыҡ кеймәгән. Шулай уҡ мотоцикл менән идара итеүсенең водитель танытмаһы ла булмаған.

 

Изге ниәт менән юлға сыҡҡандар...

 

Благовар районындағы алты кешенең ғүмерен өҙгән фажиғәнең шаһиты булған пассажир Шакир Д. Языков ауылынан Өфөгә стоматологка ҡабул итеүгә китеп барған. Автобуста урын булмаһа ла, ваҡыт аҙ ҡалғас, ултырырға ҡарар иткән.

– Артта баҫып барҙым. Автобус шәп барҙы йәки берәй транспортты ҡыуып үтте тип әйтеп булмай. Тәҙрәләр ҡараңғы­латылған, шуға ла алда йөк автомобиле тор­ғанын күрмәнек. Автобус ҡапыл бәрел­гә­нен, бөтәһенең дә иҙәнгә ҡолағанын иҫлә­йем. Һуңынан кешеләр ҡысҡыра, ярҙам һорай башланы. Водитель иһә шунда уҡ сығып, яралыларҙы тышҡа сығарырға тотондо. Мин тәүҙә “Ашығыс ярҙам” саҡырҙым, һуңынан кешеләрҙе сығарырға булыштым. Үҙем йәрәхәтләнмәнем, әммә ныҡ ҡурҡтым. Аҙаҡ башҡа машиналар туҡтай башланы, “Ашығыс ярҙам” һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре килде, – тип һөйләне ул.  

Уның һүҙҙәренсә, ҡайһы берәүҙәр, мәҫәлән, алғы урында ултырған егет һәм ҡыҙ шунда уҡ һәләк булған. Уларҙы ныҡ ҡыҫҡан. Был фажиғәлә Языков ауылынан Рината Вәлиуллина, Руслан Ҡадиров, Венера Солтанова һәләк булған. 20 йәшлек Рината яңы ғына колледжды тамамлаған. 55 йәшлек Венера ҡыҙы менән юғары уҡыу йортона документ тапшырыу өсөн Өфөгә барырға сыҡҡан. Ҡыҙы иҫән ҡалған, ә үҙе юҡ. Рината ла, Венера ла бер урамда йәшәгән икән. Домбровка ауылынан 20 йәшлек Дмитрий Парамонов яңы ғына армиянан ҡайтҡан булған, әсәһе ауыр хәлдә, уның менән психологтар эшләй. Шулай уҡ был аварияла Иҫке Усман ауылынан Айһылыу Пажухованың, Өфөнән София Бикмырҙинаның ғүмере өҙөлгән.

 

Битараф булмайыҡ!

 

Тыныс тормошта йәшәп тә, ошо тиклем юғалтыуҙар кисереү башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Был осраҡта кем ғәйепле? Әлбиттә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәгән водителдәр һәм йәйәүлеләр үҙҙәре.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре үтәр өсөн ҡабул ителгән, әгәр уны теүәл күҙәтмәһәк, беҙҙе бер кем дә бәләнән, фажиғәнән аралап алып ҡалмаясаҡ. Шуға ла автомобилдә, пассажир булып китеп барған осраҡта ла, әгәр рулдәге водитель ҡағиҙәне боҙа икән, уға был хаҡта әйтергә, ипле итеп иҫкәртергә кәрәк. Әгәр юлдағы тәртипһеҙлектәргә күҙ йомһаҡ, шымып ҡалһаҡ, уның насар тамамланыуы ла ихтимал. Аҙаҡ, авария булғас, терһәк тешләүҙән ни фәтүә?!

Битараф булмайыҡ! Һәр авария буйынса һығымта яһарға, был хаталарҙы яҡындарығыҙ ҡабатламаһын өсөн иҫкәртеү, аңлатыу эше алып барырға кәрәк. Битараф ҡалһаҡ, юлдарҙағы фажиғәләрҙең сиге бер ваҡытта ла күренмәйәсәк.  

 

Минең хатаны ҡабатламаһындар...

 

Юл-транспорт ваҡиғаһында кеше үлемендә ғәйепле булған водителдәр енәйәт яуаплылығына тарттырыла, иркенән мәхрүм ителә. Ундайҙар, был язаны үтәп, Өфө ҡалаһының Шакша биҫтәһендә урынлашҡан 3-сө холоҡ төҙәтеү колонияһының колония-ауылында ла бар.

– Күңелгә ауыр, минең арҡала кеше үлде, был – фажиғә. Уның туғандары минең менән аралашырға теләмәне, тик адвокат аша эш итте. Суд залында уларҙы күрҙем, ғәфү үтендем. Ул көндө кире ҡайтарып булһа, эскән килеш рулгә ултырмаҫ инем. Минең яҙмыштан башҡалар һабаҡ алһын ине – эскән килеш машина менән идара иткән һәр кем фажиғәгә тарыуы ихтимал. Минең хатаны ҡабатламаһындар, – ти 38 йәшлек Алик Тимашев.

Ул Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә шәхси йортта йәшәгән. Быйыл 19 апрелдә иптәштәре менән төнгә тиклем араҡы эсә һәм ошо хәлдә автомобилгә ултырып М-5 трассаһы буйлап Силәбе йүнәлешендә сығып китә. Әшә эргәһендә күҙе томаланып, идараны юғалта һәм ҡаршы һыҙатҡа сыға, авария яһай – ҡаршы килгән автомобилдәге 58 йәшлек водитель дауаханала вафат була. Аликты был енәйәт өсөн ете йылға иркенән мәхрүм иткәндәр. Ул үҙе авария һөҙөмтәһендә инвалидҡа әйләнгән, таяҡ ярҙамында йөрөй.

– Реанимацияла ауыр хәлдә яттым. Тубыҡ, янбаш-бот быуыны, терһәк һынған, быуын сыҡҡан ине. Дүрт операция эшләнеләр. Өйҙә әсәй ярҙамға мохтаж, ул сирләй, әммә хәҙер уға булыша алмайым. Балаларым юҡ, ғаилә ҡороп өлгөрмәгәйнем, әммә планлаштыра инем. Бер ҡатынды яратып йөрөй инем, хәҙер араны өҙҙөм, мине көтмәһен, ғүмерен заяға уҙғармаһын тип, – ти ул.

Алик зыян күргән ғаиләгә 2,7 миллион һум күләмендә мораль зыянды ҡапларға тейеш. Аҡсаның бер өлөшөн судҡа тиклем биргән. Әле пенсияһынан тоталар. “Аяғым төҙәлһә, колония ауылында эшкә урынлашам, һуңынан иректә лә эшләп түләйәсәкмен”, – ти авария ғәйепсеһе.

Мәғлүм булыуынса, 18–24 июлдә Башҡортостан юлдарында бөтәһе 86 авария теркәлгән, уларҙа 16 кеше һәләк булған, 102 кеше йәрә­хәтләнгән. Юл-транспорт ваҡиға­ларының сәбәптәре: бәрелеү – 37, ауҙарылыу – 10, йәйәүлеләрҙе тапатыу – 13.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бер аҙнала юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 11300 осрағын асыҡлаған, шул иҫәптән 269 эскән водитель тотол­ған, 648 автомобиль тыйылған урында ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан, 230 кеше балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәһен боҙған, 363 йәйәүле юл хәрәкәте ҡағиҙәһен үтәмәгән, 360 водитель үткәүелдәрҙә йәйәүлеләргә юл бирмәгән. Штрафтарын түләмәй йөрөгән 116 водитель эләккән.

- Рәмилә МУСИНА

Читайте нас