

Намыҫһыҙ әҙәмдәр электрон почталарға йәки төрлө сайттарға һылтанма буйынса үтергә тәҡдим итеп, вируслы программалар ебәрә. Был һылтанмаға баҫһаң, аҡсаңды йәки шәхси мәғлүмәттәреңде урлайҙар. Хәүефһеҙлек белгестәре алдашыуҙың был төрөн “офис фишингы” тип атай, сөнки офистағы хеҙмәткәрҙәр электрон почтанан әүҙем файҙалана. Ҡайһы бер мутлыҡ төрҙәрен алдаҡсылар йылдар буйы ҡуллана.
Социаль түләү вәғәҙә итәләр
Кешенең электрон почтаһына түбәндәге йөкмәткеле хат килеп төшә: “Һеҙгә дәүләттән аҡса тейеш. Был хаҡта ентеклерәк мәғлүмәт алыу өсөн һылтанма буйынса үтегеҙ”. Алдаҡсылар бындай хаттарҙы барыһына ла тиерлек ебәрә. Зарарлы һылтанмалы сайттың дизайнын рәсми ресурсҡа йәки билдәле киң мәғлүмәт сараһына оҡшатып эшләйҙәр.
Сайтта, компенсация ысынлап та түләнә, тик аҡсаны күсереү өсөн 100-300 һум күләмендә комиссия түләргә кәрәк, тип яҙалар. Кеше комиссияны түләй, әммә социаль түләүҙе көтөп ала алмай.
Бындай алдаҡсыларҙан нисек һаҡланырға? Власть органдарының рәсми сайтына инеп, мәғлүмәтте ҡайтанан тикшерергә кәрәк.
Һорауламала ҡатнашҡан өсөн аҡса тәҡдим итәләр
Электрон почтаға һылтанма буйынса үтеп, аҡса түләнгән һорауламала ҡатнашырға өгөтләйҙәр. Һорауҙар ябай ғына: машинағыҙ бармы, банк картаһын ҡулланаһығыҙмы?
Кешенең ышанысын яулау өсөн сайттар йыш ҡына танылған брендтарға һылтана. Мәҫәлән, бындай тикшеренеүҙең ҙур банк йәки автомобиль компанияһы өсөн үткәрелеүе тураһында хәбәр итәләр. Аҙаҡтан иһә респондентҡа бүләк тейешлеген белдерәләр һәм 100-300 һум күләмендә “теркәү түләүе” күсерергә тәҡдим итәләр. Һөҙөмтәлә һорауламала ҡатнашҡан кешегә бер ниндәй ҙә аҡса килмәй.
Алдашыуҙың йәнә бер алымы – лотерея йәки конкурс. Электрон почтаға “һеҙгә бушлай лотерея билеты тапшырылырға тейеш, уны сайтта тикшерергә мөмкин” тип һылтанма менән хат ебәрәләр. Билет ысынлап та ота, тик аҡсаны алыу өсөн комиссия түләргә кәрәк, тип белдерәләр.
Алдаҡсылар лотереяның халыҡҡа финанс ярҙамы күрһәтеүҙең дәүләт программаһы нигеҙендә ойошторолоуын да телгә ала.
Бындай мутлашыусыларҙан һаҡланыу өсөн түбәндәгеләрҙе хәтерҙә тотоу шарт. Тәҡдим бик ылыҡтырғыс күренһә, был мотлаҡ алдаҡсылар тоҙағы булып сыға, аҡсаны берәү ҙә бушҡа таратмай. Ебәрелгән хатта ҙур компанияның йәки дәүләт ойошмаһының атамаһы күрһәтелһә, уның рәсми сайтына инеп, ысынлап та ошондай тикшеренеү йәки конкурс уҙғарылыуына инанығыҙ.
Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА