Хәүефһеҙлек
29 Июль 2022, 12:00

Пассажирҙарҙы нимә ҡотҡарған?

Бөгөн иртән Стәрлетамаҡ – Салауат юлында өс автомобиль ҡатнашлығында авария булған.

Пассажирҙарҙы нимә ҡотҡарған?Пассажирҙарҙы нимә ҡотҡарған?
Пассажирҙарҙы нимә ҡотҡарған?

Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртәнге сәғәт һигеҙ тирәһендә Стәрлетамаҡ – Салауат автомобиль юлының 24-се километрында “Volkswagen Polo”, “Toyota Corolla” автомобилдәре һәм “Ford Transit” автобусы ҡатнашлығында авария теркәлгән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, автобуста биш кеше булған. Дүртәүһе зыян күргән, шул иҫәптән автобустағы өс пассажирҙы һәм “Volkswagen Polo” автомобилендәге водителде Стәрлетамаҡтағы 1-се ҡала дауаханаһына алып киткәндәр.

Республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов был ваҡиғаға асыҡлыҡ индерҙе. "Стәрлетамаҡ – Салауат юлындағы аварияла зыян күргән дүрт кешегә дауаханала медицина ярҙамы күрһәтелде, әле улар өйҙәренә ҡайтарылған. Мәғлүм булыуынса, “Ford Transit” автобусы Стәрлетамаҡ – Ишембай маршруты буйынса хәрәкәт иткән. Пассажирҙар хәүефһеҙлек ҡайышын тағып ултырған һәм был уларҙы ҡотҡарған. Авария сәбәптәре асыҡлана, ваҡиға урынында ЮХХДИ һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй", – тине ул.

Фото: @bash_gibdd, @mchsrb.     

 

Пассажирҙарҙы нимә ҡотҡарған?
Пассажирҙарҙы нимә ҡотҡарған?
Пассажирҙарҙы нимә ҡотҡарған?
Пассажирҙарҙы нимә ҡотҡарған?
Пассажирҙарҙы нимә ҡотҡарған?
Пассажирҙарҙы нимә ҡотҡарған?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас