Хәүефһеҙлек
29 Июль 2022, 11:30

Шишмәлә пассажирҙар транспортын тикшерҙеләр

Өфө – Яңауыл, Өфө – Инйәр – Белорет, Өфө – Шишмә – Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлдарында рейдтарҙы көсәйтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Шишмәлә пассажирҙар транспортын тикшерҙеләрШишмәлә пассажирҙар транспортын тикшерҙеләр
Шишмәлә пассажирҙар транспортын тикшерҙеләр

Һуңғы ваҡытта пассажирҙар автобустары ҡатнашлығында авариялар һаны артыуы күҙәтелә. Ошоға бәйле республиканың ЮХХДИ идаралығы етәкселеге ошо йүнәлештә иҫкәртеү сараларын көсәйтте. Кисә Шишмә районында пассажирҙар автобустарын тикшереү буйынса рейд ойошторолдо.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығының юл патруле хеҙмәтенең айырым батальоны һәм Федераль транспорт өлкәһендәге күҙәтеү буйынса хеҙмәте “Урал” М-5 федераль трассаһының 1429-сы километрында пассажирҙар транспортын тикшереү үткәрҙе. Бер нисә сәғәт эсендә пассажирҙар йөрөткән 150-нән ашыу автобус, “Ларгус” автомобилдәре тикшерелде. Сара барышында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 27 осрағы асыҡланды.

– Өфө – Яңауыл, Өфө – Инйәр – Белорет, Өфө – Шишмә – Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлдарында рейдтарҙы көсәйтеү тураһында ҡарар ҡабул иттем. Бынан тыш, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре “Волга” М-7, “Урал” М-5 һәм Өфө – Ырымбур З240 федераль трассаларында водителдәрҙе туҡтатасаҡ. Бының өсөн трассаларға юл патруле хеҙмәтенең айырым батальонынан ике ЮХХДИ экипажы һәм оператив сара күреү өсөн махсуслашҡан взвод өҫтәп ебәреләсәк. Муниципаль-ара һәм ҡала-ара йәмәғәт транспорт линияһында эшләгән транспорт сараларын көн дә тикшерәсәктәр. Ойошторолған сараларҙың маҡсаты – пассажирҙар транспорты ҡатнашлығында аварияларҙы кәметеү, автобус водителдәренең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуын иҫкәртеү һәм юл ҡуймау, – тине республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов.

Етәксе белдереүенсә, тикшереүҙәр барышында транспорт сараһын файҙаланыуға сығарыр алдынан рөхсәт положениеларының күҙәтелеүенә, шулай уҡ автобустарҙың техник торошона, водителдәрҙең эш ваҡыты тәртибенә, ялына айырыуса иғтибар биреләсәк. Рөхсәт ителгәндән артыҡ пассажирҙар ташығандар ҙа, “Д” категориялары танытмалары булмаған водителдәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: йома һәм ял көндәрендә республика юлдарында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләй, рейдтар ойоштора. Был саралар төбәк юлдарында аварияларҙы кәметеү һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғандарҙы асыҡлау, эскән водителдәрҙе аулау маҡсатында ойошторола.

Алдағы ял көндәрегеҙ матур үтһен тиһәгеҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ!

Фото: @bash_gibdd.

Шишмәлә пассажирҙар транспортын тикшерҙеләр
Шишмәлә пассажирҙар транспортын тикшерҙеләр
Шишмәлә пассажирҙар транспортын тикшерҙеләр
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас