Хәүефһеҙлек
29 Июль 2022, 04:30

Транспорт торошо тикшерелде

Төп маҡсат - авария осраҡтарын кәметеү.

Транспорт торошо тикшерелдеТранспорт торошо тикшерелде
Транспорт торошо тикшерелде

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ-һы юл-патруль хеҙмәтенең айырым батальоны “Ространснадзор” менән берлектәге көстәре менән “Урал” М-5 федераль трассаһының 1429-сы километрында пассажирҙар транспорты күпләп тикшерелде. Бер нисә сәғәт эсендә генә пассажирҙар ташыған 150 автобус һәм автомобиль, шул иҫәптән “Ларгус”тар ҡаралды. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 27 осрағы теркәлде.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ-һы идаралығы етәксеһе Владимир Севастьянов тарафынан Өфө - Яңауыл, Өфө - Инйәр – Белорет, Өфө - Шишмә - Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлдарында рейд сараларын көсәйтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Бынан тыш, М-7 “Волга”, М-5 “Урал” федераль трассаларында һәм Өфө - Ырымбур юлында водителдәрҙе туҡтатасаҡтар. Бының өсөн Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ-һы юл-патруль хеҙмәтенең айырым батальонының һәм махсуслашҡан оператив тәьҫир итеү взводының ике өҫтәмә экипажы йәлеп ителәсәк. Йәмәғәт транспортының муниципаль-ара һәм ҡала-ара линияларында эшләгән транспорт сараларын көн һайын тикшерәсәктәр. Үткәрелгән саралар маҡсаты – пассажирҙар транспортында аварияларҙы кәметеү, автобустар водителдәре тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү һәм булдырмау.

Транспорт сараларын файҙаланыуға үткәреү буйынса төп положениеларҙы күҙәтеүгә, шулай уҡ автобустарҙың техник торошона контролгә һәм автобус водителдәренең хеҙмәт, ял режимына ҡаты талаптарҙы үтәүгә айырым иғтибар бүленәсәк. Транспорт сараһын әҙерләгән предприятие тарафынан ҡаралғандан күберәк пассажирҙарҙы ташыу кеүек талаптарҙы боҙоу, “Д” категория транспорт сараларына идара итеү хоҡуғы булмаған водителдәрҙең автобусҡа идара итеү кеүек хоҡуҡ боҙоуҙар иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ.

Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ-һы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас