Хәүефһеҙлек
29 Июль 2022, 09:12

Ялығыҙ имен үтһен!

Һыуға батып үлеүселәр тураһындағы мәғлүмәт тетрәндерә...

iuruzan.ruiuruzan.ru
Фото:iuruzan.ru

Йәй күңел саф һауаға, йәшеллеккә, һыу буйҙарына тартыла. Беҙ ҙә шулай ял көнө күлгә һыу инергә йүнәлдек. Рәхәтләнеп һыу төшөп, ял итеп ҡайтырға ине ниәтебеҙ. Яр буйында кеше булмағаныраҡ урын күҙгә салынды, шунда туҡтарға булдыҡ.

Беҙҙең яндан үтеп барған ирҙең “Кисә тап ошо ерҙә йәш егет батып үлде” тигән һүҙҙәре һиҫкәндереп ебәрҙе. Шомло урындан тиҙ генә китеү яғын ҡараныҡ.

Хәл былай булған. Йәштәр йыйылышып тәбиғәт ҡосағына сыға, эсергә лә ала. Һыу ингәндә йәш егеттең аяғын көҙән йыйыра. Ип­тәштәре уның һыу аҫтына киткәнен аң­ғармай ҙа ҡала. Ҡотҡарыусылар егеттең кәү­ҙәһен бер нисә сәғәт үткәс кенә табып ала.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай фажиғәләр тураһында хәбәрҙәр көн һайын тиерлек ишетелеп тора. Көндәрҙең эҫе тороуы арҡаһында күпселек халыҡ йылға-күл буйҙарында ял итә, тимәк, ҡотҡарыу­сы­лар­ға ла был йәһәттән эш күп. Улар кеше­ләрҙе һыуҙан йолоп алып ҡына ҡалмай, үле кәүҙәләрҙе лә әленән-әле сығарып тора – шуныһы ҡыҙғаныс...

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәт­тән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комите­тының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, үткән ялдарҙа 11 кеше һыуға батып үлгән.

Күптән түгел Әбйәлил районында ла фажиғә теркәлә. Дәүләт ауылы эргәһендәге Сыбаркүлдә 38 йәшлек ир бата. Ул рөхсәт ителмәгән урында һыу инә. Хатта был урында “Һыу инеү тыйыла!” тигән билдә лә ҡуйылған була. Стәрлетамаҡ районының Ҙур Ҡуғанаҡ ауылы эргәһендәге карьерҙа һыу ингән ваҡытта 17 генә йәшлек егеттең ғүмере өҙөлә.

Күп осраҡта фажиғәләр һыу инеү өсөн яраҡлаштырылмаған урындарҙа теркәлә, ә ҡорбандар – башлыса эшкә яраҡлы йәштәге ир-ат. Вайымһыҙлыҡ һәм алкоголь – ҡазаларҙың төп сәбәбе.

Төбәгебеҙҙә халыҡтың хәүефһеҙ ялын тәьмин итеү, бәлә-ҡазаны иҫкәртеү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Респуб­ликаның Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре район хакимиәттәре вәкилдәре менән берлектә профилактик рейдтар уҙғара.

Хәүеф янаған ятҡылыҡтарҙа һыу инеүҙең тыйылыуы тураһында билдәләр ҡуйыла. Рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу ингән өсөн – 3-4 мең һум, ә иҫерек килеш ҡағиҙәне боҙғандарға 3-5 мең һум күләмендә административ штраф ҡаралған.

Йылға-күл буйҙарында рәхәтләнеп ял итеү, һыу инеү өсөн иң тәүҙә ҡулай һыу ятҡылығы һайларға кәрәк. Пляжға барырға уйлаһағыҙ, уның махсус йыһазландырыл­ған, ҡомло ярлы булыуы хәйерле. Ҡала янындағы йылға-күлдәрҙәге һыуҙың таҙалығына иғтибар итегеҙ.

Йыһазландырылған пляжды һайлау ялығыҙҙың хәүефһеҙ булыуын тәьмин итә, сөнки ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, ҡотҡарыусылар ярҙамға киләсәк, зыян күреүсегә беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә һәр ваҡыт әҙер буласаҡ.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы халыҡҡа яһаған иҫкәртеүҙәрҙән өҙөк :

 

Ҡояшлы, елһеҙ көндә, һыу температураһы 17-19, һауа температураһы 20-25 градус торғанда һыу инеү хәйерле. Бер ингәндә һыуҙа 10-15 минуттан артыҡ булыу кәңәш ителмәй. Оҫта спортсыларҙы ла йыш харап иткән бәлә – көҙән йыйырыу тән температураһы төшкәндә хасил була. Көҙән йыйыра башлау менән һыуҙан сығыу талап ителә. Ундай мөмкинлек юҡ икән, түбәндәгеләрҙе үтәү мотлаҡ:

l арҡаға ятып ял итергә, йөҙөү стилен алмаштырырға;

l мөмкинлек бар икән, буйһонмай башлаған тән ағзаһына осло предмет (энә, булавка) менән сәнскеләргә;

l бармаҡтар ҡата башлай икән, көс менән усты йоҙроҡҡа йомарларға, һелтәнергә һәм йоҙроҡто кире яҙырға;

l балтыр ҡорошһа, шул яҡ табанды ике ҡул менән тотоп, тубыҡты көслө итеп ҡыҫып бөкләргә;

l ботто көҙән йыйырһа, бәкәлдән тотоп, тубыҡты бөкләп, аяҡты тышҡы яҡтан арҡаға табан ҡайырырға.

Йылға алҡынына эләккәндә, ағымға ҡаршы хәрәкәт итмәйенсә генә, ярға йүнәлергә кәрәк. Йылға өйөрмәһенә эләккәндә иң мөһиме – сәбәләнмәҫкә, күберәк тын алып һәм сумып, хәүефле урындан һыу аҫтынан йөҙөп ситләшергә. Ылымыҡҡа буталдығыҙ икән, ҡырҡыу хәрәкәттәр яһамаҫҡа, килгән яҡҡа яй ғына кире сығып ҡарарға. Үлән ебәрмәй икән, башта ҡулдарҙы бушатып, һуңынан аяҡтарҙы ысҡындырырға.

Батып барыусыға нисек ярҙам итергә?

Батып барған кешене күрһәгеҙ, ә эргәлә ҡотҡа­рыусылар булмаһа, уның янына йөҙөп барып, сәсенән йәки эйәгенән тотоп, ярға табан йөҙөгөҙ. Бәләгә тарыусының йөҙө һыу өҫтөндә булыуы мөһим. Артабан беренсе ярҙам күрһәтергә кәрәк. Тәүҙә өҫкө тын юлдарын таҙартығыҙ, тел төбөнә бармаҡ менән баҫып, ҡоҫоу рефлексын ҡуҙғытығыҙ. Әгәр был алым ярҙам итмәһә, ҡаза күреүсене бөгөлгән тубығығыҙға йөҙтүбән һалып, арҡаһына (күкрәк ситлегенә) баҫып, тын юлдарына тулған һыуҙы сығарығыҙ. Унан инде батыу­сыны арҡаһына һалып, яһалма һулыш һәм йөрәккә тура булмаған массаж эшләгеҙ.

Флүзә ХӘСӘНОВА,

Учалы районы хакимиәтенең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитеты рәйесе:

– Район биләмәһендә һыу инеү өсөн йыһазландырылған өс пляж иҫәпләнә. Был һыу ятҡылыҡтарының төбө водолаздар тарафынан таҙартылған, тикшерелгән, һыуға анализдар алынған. Бындай урындарҙа хәүеф янаған мәлдә ҡотҡарыусылар һәр саҡ ярҙамға әҙер, әммә был аҙ, әлбиттә. Ауылда йәшәүселәр, мәҫәлән, һыу инер өсөн әллә күпме ара үтеп, йыһазландырылған пляжға килмәйәсәк. Кешеләр төрлө урындарҙа ял итергә ярата. Йәйге осорҙо күңелһеҙ хәлдәргә тарымай, матур итеп үткәреү өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтһендәр ине, тип кәңәш бирге килә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр ҡағиҙәләрҙе инҡар итә. Йыл башынан районда бер кеше батып үлде. Былтыр һандар бигерәк тә ҡурҡыныс ине – туғыҙ кеше, шул иҫәптән бәлиғ булмаған ике үҫмер һыу ҡорбаны булды. Барыһы ла ир-ат, өс осраҡта фажиғәгә алкоголь ҡулланыу сәбәпсе.

Районда йәйге осорҙа һыу объекттарында кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса махсус ҡарар ҡабул ителгән. Ошо маҡсатта 19 штаб ойошторолған, уларҙың составына полиция, янғын һағы хеҙмәткәрҙәре, хакимиәт вәкилдәре, әүҙем йәмәғәтселәр, ирекмәндәр инә. Штаб ағзалары һыу ятҡылыҡтары буйлап рейдтар уҙғара, листовкалар тарата, өйҙәр буйлап йөрөп аңлатыу эштәре алып бара. Ҡала, ауыл урамдарында тауыш көсәйткес аша иҫкәртеү ҙә башҡарыла.

Бөгөн райондың йылға-күлдәрендәге үтә хәүефле урындарына һыу инеүҙе тыйған 62 билдә урынлаштырылған. Ҡағиҙәләрҙе инҡар итеүселәргә административ штрафтар ҙа һалына.

-  Римма СОЛТАНОВА

Читайте нас