Хәүефһеҙлек
29 Июль 2022, 13:00

Ярай әле, ҡотҡарыусы табылған

Машинаһында йылғаға барып төшкән водителгә кем ярҙам иткән?

Ярай әле, ҡотҡарыусы табылғанЯрай әле, ҡотҡарыусы табылған
Ярай әле, ҡотҡарыусы табылған

Башҡортостанда осраҡлы үткенсе йылғаға әйләнеп барып төшкән автомобиль водителен ҡотҡарған.

Был хәл Благовар районының Покровка ауылы янында теркәлгән. ВАЗ автомобиле рулендәге 1974 йылғы ир, тиҙлекте арттырып барғанда идараны юғалтып, Ҡармасан йылғаһына барып сумған.

Уның бәхетенә, был бәләгә шаһит булыусы ярҙамға ташлана һәм водителде әжәлдән йолоп алып ҡала, урынға килеп еткән "Ашығыс ярҙам" бригадаһына тапшыра. Зыян күреүсе әле район үҙәк дауаханаһында.

Күренеүенсә, был айырым осраҡта, һаҡлыҡты онотҡан кешегә иғтибарлы һәм бүтәндәр бәхетһеҙлегенә битараф булмаған кешенең тап булыуы арҡаһында ғына ҙур бәләгә юл ҡуйылмаған. Шуға, рулдәгеләр, юл хәрәкәте ҡағиҙәһе боҙолғанда, һеҙ үҙегеҙҙе генә түгел, эргә-тирәләгеләрҙе лә ҙур хәүеф аҫтына ҡуйғанлығығыҙҙы бер ваҡытта ла иҫегеҙҙән сығармаһағыҙ ине.

Фото: bashinform.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас