Хәүефһеҙлек
29 Июль 2022, 09:36

Юлда ла алдашалар

Төп һөжүм – сәйәхәтселәргә.

ipguard.ruipguard.ru
Фото:ipguard.ru

Ял миҙгеле башланыу менән, кешене төрлөсә алдап, табыш алырға ынтылған енәйәтселәр әүҙемләшә.

Күптәр йәй тотош ғаиләләре менән диңгеҙгә юл тота, әммә ҡайһы берәүҙәр сәфәрҙә күңелһеҙ хәлдәргә тарый. Алдаҡсы әҙәмдәр, сәйәхәтселәрҙең бер ҡатлылығынан файҙаланып, аҡсаһын тартып алыу өсөн яңынан-яңы алымдарҙы уйлап табып ҡына тора. Уларҙың тоҙағына эләкмәйем тиһәң, сәфәрҙә ниндәй “спектаклдәргә” әҙер булырға кәрәк? Ошо хаҡта Владимир Гавриловтың “Аргументы и факты” гәзитендә баҫылған мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ.

Биҙәүес, затлы әйбер һатыусылар

 

Юлда ҙур мәшәҡәт килеп сыҡты тип, аҡса теләнселәп йө­рөгән әҙәмдәр ярайһы уҡ йыш осрай. Мәҫәлән, юл ситендә сит ил номерҙары, ғәҙәттә, Украина йәки Азия илдәренең теркәү һандары күрһәтелгән ике машина тора. Улар эргә­һен­дә ирҙәр йүгергеләй, ҡул­дарын болғап, баштарын сай­ҡап, нимәлер һөйләй, ә береһе үтеп барған машиналарҙы туҡтатырға маташа. Кемдер туҡтаһа, Донбасстағы низағтан ҡасып китеүҙәре, машина­ларының боҙолоуы, бензин бөтөүе тураһында һөйләйҙәр. Артабан “ҡасаҡтар” осһоҙ хаҡҡа алтын йөҙөк йәки башҡа төрлө затлы биҙәүес һатып алырға тәҡдим итә, ләкин әйберҙең хаҡын аныҡ ҡына әйтмәй. Ошо рәүешле улар 1000-1500 һум аҡса эшләй. Ә “затлы биҙәүес” иһә эргәләге кибеттән алынған ябай бижутерия булып сыға.

Бындай “сауҙагәрҙәр” бер көн эсендә кеҫәһен ярайһы уҡ ҡалынайта. Бер аҙ ваҡыттан улар урынын алмаштыра, бер ҡатлы юлсыларға икенсе ерҙә тоҙаҡ ҡора. Ғөмүмән, юл буйында “аварийка”һын ҡабыҙып торған һәм ныҡышып туҡтауҙы һораған әҙәмдәрҙең 99 проценты алдаҡсы булып сыға.

“Заправка”ла тоҙаҡ ҡоралар

 

Йыш ҡына алдаҡсы әҙәмдәр АЗС-ҡа яҡын туҡтай, “аварийка”һын ҡабыҙып, бер ҡатлы сәйәхәтселәрҙе күҙләп, сәғәттәр буйы тора. Кемдер туҡтаһа, водитель иламһырап, бензины бөтөүгә, аҡсаһын урлауҙарына зарлана. Машинала был ва­ҡытта сабыйҙың ултырыуы ла ихтимал. Ҡайһы берәүҙәр уны йәлләп яғыулыҡҡа аҡса тоттора, ләкин хәйерсе АЗС-ҡа ашыҡмай, сираттағы ҡорбанын көтөп, юл ситендә тороуын дауам итә.

 

Тәгәрмәсегеҙҙе тишеп китеүҙәре бар

 

Юл буйындағы кафела тамаҡ ялғап алырға теләһәгеҙ, машинағыҙҙы үҙегеҙгә күренер­лек урынға ҡуйығыҙ. Иң яҡшы­һы – ризыҡты кафенан алырға, машинала ашарға. Ошо рәүеш­ле алдаҡсыларҙың яуыз ниә­тенә кәртә ҡуйырһығыҙ. Енәйәт­селәр йыш ҡына туҡталҡала һиҙҙермәй генә сит кеше маши­наһының тәгәрмәсен тишә.

Сәфәрҙә автомобилдең боҙолоуы, тәгәрмәстең йәки ике тәгәрмәстең дә бер юлы тишелеүе – күңелһеҙ хәл. Кеше, мәсьәләне тиҙ арала хәл итеп, юлын дауам итергә ашыға. Запас тәгәрмәсте багажниктан алғанда водителдең бөтә иғтибарын ошо эш йәлеп итә, ул салонда ятҡан аҡсаһы һәм документтары тураһында онота. Тап шул мәлдә таныш бул­маған әҙәмдәр ярҙам тәҡдим итә. Уларҙың береһе тишек тәгәрмәсте һүтешергә, яңыһын алып килергә булыша, водителде һүҙ менән әүрәтә, ә икен­сеһе был ваҡытта машинаның икенсе яғынан ишекте аса ла, аҡсаны ҡулға төшөрөп, “табанын ялтырата”.

Алдаҡсыны нисек асыҡларға?

Юлда ысынлап та ҡыйын хәлгә тарып, ярҙамға мохтаждар ҙа осрай. Алдаҡсыны зыян күргән кешенән бер нисә үҙен­сәлек буйынса айырырға мөмкин:

3 ауыр хәлгә тарыған кеше ярҙам һорағанда уңайһыҙлана, ояла, ә оҫтарып алған мут әҙәмдәр иһә үҙҙәрен ышаныслы тота, тартыныу белмәй, яйға һалынған алымдар менән эш итә;

3 бәләгә тарыған кешеләр, ғәҙәттә, пассажирҙан түгел, ә водителдән ярҙам һорай;

3 Үҙенең алдашмауын иҫба­тлау өсөн улар йыш ҡына паспортын йәки водитель таныҡ­лығын күрһәтә, кеҫә телефо­ны­ның номерын яҙып алырға тәҡдим итә.

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА 

Читайте нас