

Салауатта ике аҙна элек юғалған 19 йәшлек ҡыҙҙың йәнһеҙ кәүҙәһе генә табылған. Уны һуңғы тапҡыр күргән егеттең был хәл-ваҡиғаға туранан-тура ҡағылышы барлығы асыҡланған.
Ҡыҙының ғәйеп булыуы тураһында әсәй кеше 9 июлдә хәбәр итә. Уның белдереүенсә, ҡыҙ 7 июлдә өйөнән сығып китә. Тәүге ике көндә ул Ишембай районына юлланыуы, унда егете менән бергә йәшәргә уйлауҙары тураһында смс-хәбәр ебәрә. Аҙаҡ инде бөтөнләй бәйләнешкә сыҡмай.
Юғалған ҡыҙҙың таныштарынан һорау алғандан һуң, тикшереүселәрҙең шиге Салауат ҡалаһынан 23 йәшлек егеткә төшә, ҡыҙ менән һуңғы күрешкән кеше нәҡ ул булып сыға. Тәүҙә егет, бер нәмә лә белмәйем тип, һүҙендә ныҡ торһа ла, кеше юғалыуҙа уның ҡатнашлығы барлығын иҫбат итерлек дәлилдәрҙең байтаҡ булыуы, ғәйебен танып, асылырға һәм ҡыҙҙың кәүҙәһенең ҡайҙа ятҡанлығын күрһәтергә мәжбүр итә. Ниңә бындай енәйәткә барҙың, тигән һорауға, элекке йөрөгән ҡыҙы өсөн хәҙер барлыҡ гүзәл затты ла күралмауы арҡаһында, тип яуаплай.
Был егет менән зыян күреүсе май айында социаль селтәр аша танышҡан. 7 июлдә егет ҡыҙҙы тәбиғәт ҡосағында ял итергә, дарыу үләне йыйырға саҡыра. Улар егеттең машинаһында Стәрлетамаҡ районының Яңы Федоровка ауылы янындағы аҡланға килә. Ҡайтыр саҡта егет бысаҡ алып ҡыҙға сәнсә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр йәрәхәттән ҡыҙ шунда уҡ йән бирә. Яман уйлы әҙәм үле кәүҙәне ботаҡ-һатаҡ аҫтына йәшереп ҡуя. Тәүге ике көндә ул ҡыҙҙың телефонынан уның әсәһенә һәм әхирәтенә смс-хәбәрҙәр ебәрә, аҙаҡ унан да ҡотола.
- Әлеге ваҡытта ул ҡулға алынды. Уның менән тәүге тикшереү саралары үткәрелә, тәфтишселәр дәлилдәр йыйыуҙы дауам итә, суд-медэкспертиза комплексы тәғәйенләнгән, шул уҡ ваҡытта психологик- психиатр тикшереүе лә үткәреләсәк, - тип хәбәр итәләр Тәфтиш комитетында.
Фото: Тәфтиш комитетынан, ya62.ru