

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселегәндә Өфөлә профилактик рейд уҙғарылды.
“Башҡортостандың һыу объекттарында хәүефһеҙлек мәсьәләһе бик киҫкен тора. Бөгөнгө көндә республиканың һыу буйҙарында рәсми мәғлүмәттәр буйынса 46 кеше һәләк булды, шул иҫәптән үкенескә күрә алты бала. Әлеге күрһәткес былтырғынан ике тапҡыр кәмерәк, ләкин был тынысланырға мөмкинлек бирмәй. Һыу инеү миҙгеленең әле иң ҡыҙыу мәле”, - тине вице-премьер.
Бөгөнгө көндә 55 муниципалитет биләмәһендә 121 пляж ял итеүеләрҙе ҡабул итергә әҙер. Өфө ҡалаһында 11 пляж асылған, шул иҫәптән өс пляж Өфө йылғаһында – “Ҡояш яры”, “Сипайловолағы Сочи” һәм “Ҡомло”.
Шуға ҡарамаҫтан был йылғала йыл һайын кешеләр бата: һуңғы биш йыл эсендә 13 кеше, шул иҫәптән 2 бала батҡан. Кисә генә “Трамплин” паром менән сығыу районында 33 йәшлек ир батҡан. Уҙған аҙнала Өфөнөң Сипайлово микрорайонында 19 йәшлек егет ошо рәүешле яҡты донъя менән хушлашҡан.
Барлыҡ фажиғәләр һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған урындарҙа булған.
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һыуҙағы хәүефһеҙлектең иң ябай ҡағиҙәләрен йәнә хәтергә төшөрә:
* махсус йыһазландырылған һәм рөхсәт ителгән урындарҙа һыу инергә;
* ярҙан йыраҡ йөҙөп китмәҫкә;
* эскән килеш һыуға инмәҫкә;
* һыу буйҙарында балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа;
* һалҡын һыуҙа оҙаҡ тормаҫҡа;
Һыу объекттарында ниндәйҙер күңелһеҙ ваҡиғаның шаһиты булһағыҙ “112” телефон номерына шылтыратығыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, һыу объекттарында хәүефһеҙлек сараларын үтәү тураһында онотмағыҙ!