Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
1 Август , 20:00

Бесәнгә тип китеп...

Иргә ни булған? 

Бесәнгә тип китеп...
Бесәнгә тип китеп...

Кисә кис менән Күгәрсен районының Ерекле ауылы янында аяныслы хәл теркәлә. Яланда янған “Рено Логан” машинаһы табыла. Был хәл тураһында Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.

Ауыл кешеләре машинаны һүндерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның эсендә һәләк булған ир табыла. Ул 1957 йылғы машина хужаһы булып сыға. Туғандары белдереүенсә, ир бесән эшләргә тип киткән була. Ни сәбәпле янғын сыҡҡаны әлегә билдәле түгел. Был осраҡ буйынса тикшереү башланған.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в