Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
1 Август , 18:30

Өфө - Ырымбур трассаһында яҡтыртыу эштәре тамамлана

Объектты тормошҡа ашырыу барышында 5,5 мең яҡтыртыу бағанаһы, 42 трансформатор подстанцияһы, таяуҙар араһында 234 километр кабель һәм 51 километр энергия менән тәьмин итеү линиялары һалыу ҡаралған.

Өфө - Ырымбур  трассаһында яҡтыртыу эштәре тамамлана
Өфө - Ырымбур трассаһында яҡтыртыу эштәре тамамлана

"Р-240" Өфө - Ырымбур трассаһының тағы бер участкаһы водителдәр өсөн хәүефһеҙерәккә әйләнде. Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Муса һәм Иҫке Муса ауылдары янындағы трассала яҡтыртыу ҡорамалдары урынлаштырылды. 4,5 километр оҙонлоғондағы участкала юлсылар 260 яҡтыртыу бағанаһы һәм ике трансформатор подстанцияһы ҡуйған. Яҡтыртыу ауылға төшөү юлдарында ла монтажланған, был водителдәргә төндә тораҡ пункттарына имен генә боролоп инергә мөмкинлек бирә. Энергия менән тәьмин итеү һәм электр утын технологик тоташтырыу буйынса эштәр тамамланған, яҡтыртыу 38-се километрҙан 43-сө километрға тиклем "Р-240" трассаһының тағы бер участкаһында барлыҡҡа килгән.

Контракт шарттарына ярашлы, Өфө - Ырымбур трассаһындағы яҡтыртыу участкаларының дөйөм оҙонлоғо 110 километр тәшкил итәсәк, ул төнгө ваҡытта водителдәр өсөн Башҡортостандың Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез райондарында хәрәкәт итеүҙе хәүефһеҙ итергә мөмкинлек бирәсәк. Объектты тормошҡа ашырыу барышында 5,5 мең яҡтыртыу бағанаһы, 42 трансформатор подстанцияһы, таяуҙар араһында 234 километр кабель һәм 51 километр энергия менән тәьмин итеү линиялары һалыу ҡаралған. Был эштәр 2019 йылдан алып барыла. 2020 йылдың аҙағында килешеү сиктәрендә аэропорт юл үткәргесенән Булгаков ауылына тиклем трассаның беренсе участкаһы яҡтыртылған. 2021 йылда Яңы Николаевка, Ергән тораҡ пункттарында һәм Мәләүез ҡалаһын урап үткән юлда яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған. 2022 йылдың ғинуарынан мартҡа тиклемге осорҙа энергия менән тәьмин итеү селтәрҙәренә технологик тоташтырыу эштәре башҡарылған һәм Иҫке Мораптал, Яңы Мораптал тораҡ пункттарында электр уты тоташтырылған, Ергән һәм Асҡар тораҡ пункттары эргәһендәге трасса тулыһынса яҡтыртылған.

Ғәмәлдәге контракт буйынса урынлаштырылған 110 километр электр сымдарына 93 километр юл өҙлөкһөҙ яҡтыртыла, тағы 17 километры тораҡ пункттар янындағы райондарҙа яҡтыртыла. Август аҙағына тиклем Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез райондарында "Р-240" автомобиль юлының барлыҡ 110 километрында яҡтыртыу ҡорамалдарын урынлаштырыу күҙаллана.

Фото: "Упрдор Приуралье"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас в