Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
1 Август , 20:45

Көҙ башында хәл ҡатмарлашасаҡ

Быйыл урмандар янмаһын ине. 

Көҙ башында хәл ҡатмарлашасаҡ
Көҙ башында хәл ҡатмарлашасаҡ

Быйылғы йәй урман янғындары йәһәтенән тыныс үтеп бара. Быға барлыҡ көстәрҙең һәм яуаплы структураларҙың тырышлығы булышлыҡ итә. Әммә көҙ башында хәлдең үҙгәреп китеүе бар. Был турала бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һөйләшеү булды.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, әле Башҡортостандағы янғын хәүефе хәле контролдә тотола, бар көстәр мобилләштерелгән.

Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов һүҙҙәренә ҡараһаң, август аҙағы, сентябрь башында янғын хәүефе класы күтәрелеүе көтөлә. Был үләндәрҙең күпләп таралыуына һәм уларҙың күбәйеүенә бәйле.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ведомство етәкселәренә хәүефле хәлгә әҙер булырға ҡушты.

Фото: belokatay.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в