Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
2 Август , 11:30

Был хәлдәр тураһында яҙмайынса булдыра алмайбыҙ...

Кешеләрҙең, яҡындарыбыҙҙың, милләттәштәребеҙҙең ошондай аңһыҙ үлемдән һәләк булыуы аяныслы

Был хәлдәр тураһында яҙмайынса булдыра алмайбыҙ...
Был хәлдәр тураһында яҙмайынса булдыра алмайбыҙ...

Һуңғы ваҡытта республика юлдарында үлемесле тамамланған авариялар һаны артты. Улар тураһында “Башҡортостан” гәзитенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә лә яҙып торабыҙ. Эйе, бындай хәлдәр тураһында һеҙгә хәбәр итмәйенсә лә булдыра алмайбыҙ... Һәр кеше белһен, һаҡланыу сараһын күрһен, тип тырышабыҙ. Тыныс тормошта кешеләрҙең, яҡындарыбыҙҙың, милләттәштәребеҙҙең ошондай аңһыҙ үлемдән һәләк булыуы аяныслы. Уйлап ҡарағыҙ, уҙған аҙнала республикалағы аварияларҙа 19 кешенең ғүмере өҙөлгән! Ҡото осҡос бит!

Шул иҫәптән, йәкшәмбелә Күгәрсен районындағы ваҡиғала “KIA Ceed” рулендә 23 йәшлек водитель һәләк булды. Өфө ҡалаһының Калинин районында иртәнге сәғәт 9-ҙа “УАЗ” һәм “Лада Калина” автомобилдәре бәрелешә. “УАЗ”дың водителе дауханала үлә.      


Йәкшәмбе көндө лә аварияла ике кеше һәләк булды. Бер фажиғә Архангел – Красноусол юлының 59-сы километрында теркәлә -  “Toyota Land Cruise” һәм “ВАЗ-2105” автомобилдәре бәрелешә. Аварияла “ВАЗ-2105” машинаһындағы 39 йәшлек водитель ҡатын “ашығыс ярҙам” килгәнсе үк һәләк була, йәрәхәтләгән 68 йәшлек пассажир дауаханаға оҙатыла.

Икенсе үлемесле авария Ҡариҙел районында теркәлгән. Юл фажиғәһе  киске сәғәт 6-лар тиәрһендә Яугилде – Суртан күле автомобиль юлының 8-се километрында була – Әртәкүл ауылы эргәһендә “Лада Калина” менән “Volkswagen Polo” бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә “Лада Калина”лағы 71 йәшлек пассажир ҡатындың ғүмере өҙөлә, шулай уҡ ике водителгә лә медицина ярҙамы талап ителә.  

Дөйөм алғанда, уҙған аҙнала, 25 – 31 илдә, республиклала 78 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән һәм уларҙа 19 кешенең ғүмере өҙөлгән, шул иҫәптән өс бала һәләк була, 99 кеше йәрхәтләнгән.

Аварияларҙың яртыһы тиерлек бәрелешеү һөҙөмтәһендә булған – 28 осраҡ, шулай уҡ өс машина ауҙарылған, 22 ваҡиғала йәйәүлеләрҙе бәрҙергәндәр. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 12000 осрағын асыҡлаған, шулай уҡ 242 кеше эскән килеш автомобиль менән идара иткән саҡта тотолған.

Һандар уйланырлыҡ һәм ғибрәт алырлыҡ. Водителдәр ҙә, йәйәүлеләр ҙә ашыҡмаһын, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәһен ине.

Аҙнағыҙ матур үтһен, юлығыҙ уңышлы булһын!

Фото: @bash_gibdd.

Был хәлдәр тураһында яҙмайынса булдыра алмайбыҙ...
Был хәлдәр тураһында яҙмайынса булдыра алмайбыҙ...
Был хәлдәр тураһында яҙмайынса булдыра алмайбыҙ...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в