Өфөлә Әй урамындағы йорттарҙың береһендә тәҙрә янында торған ирҙең телефоны ҡулынан аҫҡа төшөп киткәс, ул уйлап та тормай артынан һикерә. Күрәһең, ул тиклем бейектән түгел. Видеояҙманан күренеүенсә, өйҙөң инеү урынындағы ҡыйығына килеп төшә, эйелеп телефонын ала һәм аҡһай-аҡһай ситенә килеп ултыра.
Һуңғараҡ ҡотҡарыусылар килеп, баҫҡыс ярҙамында уны ергә төшөрөп алалар.
Егет үҙе һөйләүенсә, аңғармаҫтан телефонын тәҙрәнән төшөрөп ебәргәс, үҙе лә артынан һикерә һәм шунда аяғын ауырттыра. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул медицина ярҙамынан баш тартҡан һәм үҙаллы ҡайтып киткән.
Фото: t.me