Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Август , 21:00

Ике бала әсәһе һәләк булды

Кисә Иглин районы биләмәһендә ике юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде һәм уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлдө, биш кеше йәрәхәтләнде. 

Ике бала әсәһе һәләк булды
Ике бала әсәһе һәләк булды

Кисә Иглин районы биләмәһендә ике юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде һәм уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлдө, биш кеше йәрәхәтләнде.

Аварияларҙың береһе көндөҙгө сәғәт 2-ләр тирәһендә Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль юлының 1541-се километрында булған. Фараз буйынса, Көйөргәҙе районынан 49 йәшлек ир “Man” йөк автомобилендә бер йүнәлештә хәрәкәт иткән “Scania” йөк автомобиленә бәрелә. Был бәрелеш көсөнән “Scania” автомобиле алда барған икенсе “Man” йөк автомобиленә бәрелә. Беренсе йөк автомобилендәге водитель ваҡиға урынында йән бирә.

Өс сәғәттән һуң ошо уҡ юлдың 1546-сы саҡрымында тағы ла үлемесле авария теркәлә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Өфөнән 52 йәшлек ҡатын “Renault Kaptur” автомобилендә ҡаршы һыҙаттан хәрәкәт иткән “Man” йөк автомобиленә һуғыла һәм артабан “Lifan Solano” автомобиле менән бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә “Lifan Solano” рулендәге 35 йәшлек ҡатын һәләк була, ә уның 12 йәшлек улы һәм 10 йәшлек ҡыҙы дауаханаға оҙатылған. Шулай уҡ "Renault Kaptur” водителен һәм уның ике пассажирын – 35 йәшлек ҡатын менән 15 йәшлек ҡыҙҙы медицина учреждениеһына алып барғандар.

Ике осраҡ буйынса ла тикшереү алып барыла.

– Хөрмәтле водителдәр, транспорт сараһы менән идара иткәндә юл шарттарын иҫәпкә алыу мөһим, хәүефле хәрәкәттәр эшләүҙән тыйылырға кәрәк, тиҙлек режимын, шулай уҡ алда барған автомобилдәр менән арауыҡ һаҡлағыҙ. Көтөлмәгән хәлдәрҙә туҡтау һәм сара күреү өсөн рөхсәт ителгән тиҙлектә хәрәкәт итегеҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, – тип кәңәш итә республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов.

Фото: @bash_gibdd.

Ике бала әсәһе һәләк булды
Ике бала әсәһе һәләк булды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в