Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Август , 16:15

Сибай ҡалаһы янындағы лагерҙарҙың береһендә булған хәл тураһында һөйләгәйнек

Яңыраҡ һуңғы мәғлүмәттәр билдәле булды... 15 йәшлек бала... 

Сибай ҡалаһы янындағы лагерҙарҙың береһендә булған хәл тураһында һөйләгәйнек
Сибай ҡалаһы янындағы лагерҙарҙың береһендә булған хәл тураһында һөйләгәйнек

Ошо арала Сибай ҡалаһы янындағы лагерҙарҙың береһендә булған хәл тураһында һөйләгәйнек. “Юлдаш” лагерында өс үҫмер металл конструкцияларына менә. Ҡапыл ул ысҡынып китә һәм балалар өҫтөнә ҡолай. Иң нығы 15 йәшлек үҫмергә эләгә, ул баш һөйәге-мейе йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. "Хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәттәр күрһәтеү арҡаһында кешенең һаулығына ауыр зыян килтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Бала комаға киткән.

Әле малайҙың әсәһе Зарема улының хәле тураһында һөйләгән. Уның белдереүенсә, малай лагерға фажиғәле ваҡиғанан бер аҙна алда барған.

– Башына бик ҙур турник ҡолаған, башы тулыһынса иҙелгән, әле ул аңында түгел. Шунда уҡ реанимацияға һалдылар. Табиптар бер нимә лә эшләй алмай, – тигән ул.

Әсә улын Өфөләге дауаханаға алып барырға тырыша, тик әлегә тиклем хәле быны эшләү мөмкинлеге бирмәй торған.

“Лагерь хеҙмәткәрҙәре менән турник тураһында бөтөнләй һөйләшмәнем. Миндә әле уның ҡайғыһы юҡ. Бер кемде лә язаға тарттырырға ла, быны асыҡларға ла теләмәйем. Минең өсөн иң мөһиме – улымдың аяҡҡа баҫыуы”, – ти ҡатын.

Табиптар малайҙың хәле тотороҡланғансы уны Өфөгә күсерергә рөхсәт бирмәй торған. Сибай табиптары тәүге тәүлектә үк малайға операция яһаған һәм башҡаса уға тейеү кәрәк булмаған.

Һәм яңыраҡ һуңғы мәғлүмәттәр билдәле булды. Кома хәлендәге малайҙы табиптар Өфөгә алып киткән.

Үҫмергә һаулыҡ, ата-әсәһенә – сабырлыҡ теләйбеҙ.

Фото: "Моя Уфа" порталы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в