Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
4 Август , 20:30

Бөгөн төндә өс кеше утта һәләк булды

Республикала урмандарында ла янғын хәүефе арта.

Бөгөн төндә өс кеше утта һәләк булды
Бөгөн төндә өс кеше утта һәләк булды

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн төндә Бөрйән һәм Ғафури райондарында янғында өс кеше һәләк булған.

01.36 сәғәттә Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында йорт яныуы тураһында ведомствоға хәбәр итәләр. Янғын һүндереүселәр килгәндә 5х6 үлсәмле йорт янған булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утта 1955 йылғы ҡатын һәләк булған.  

Шулай уҡ 05.04 сәғәттә Ғафури районының Красноусол ауылында йорт яныуы тураһында хәбәр килә. Ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына килгәндә 8х8 метр ҙурлығында йортто ут ялмап алған була. Янғынды һүндергәндән һуң 1960 йылғы ҡатындың һәм 1983 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла.

Тыныс тормошта кешеләрҙең янып һәләк булыуы ҡыҙғаныс күренеш. Бындай хәлгә тарымаҫ өсөн янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, шулай уҡ яңғыҙ йәшәгән өлкән кешеләргә иғтибарлы булырға, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәрәк. Өйөгөҙгә янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал ҡуйырға онотмағыҙ.

Республика урмандарында ла янғын хәүефе арта. Йыл башынан республика урмандарында 45 янғын сығанағы теркәлгән һәм уларҙа 292 гектар самаһы майҙан зыян күргән. Әле Башҡортостанда урыны менән ғәҙәттән тыш янғын хәүефе тыуыуы көтөлә.

Иҫегеҙҙәлер, былтыр урман янғындары күп булды. Әгәр быйыл да көндәр эҫе торһа, ошондай уҡ хәл ҡабатланыуы ихтимал. Шуға ла урманда ут менән һаҡ эш итегеҙ, тәмәке төпсөгөн һүндермәйенсә ташламағыҙ, усаҡты махсус урында ғына яғығыҙ. Онотомағыҙ: һеҙҙең һаҡлыҡ меңәрләгән гектар урманды, хайуандар донъяһын бәләнән ҡотҡарасаҡ!

Фото: @mchsrb.

Бөгөн төндә өс кеше утта һәләк булды
Бөгөн төндә өс кеше утта һәләк булды
Бөгөн төндә өс кеше утта һәләк булды
Бөгөн төндә өс кеше утта һәләк булды
Бөгөн төндә өс кеше утта һәләк булды
Бөгөн төндә өс кеше утта һәләк булды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в