Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
4 Август 2022, 15:00

Әсә ҡыҙының ғүмерен вәхшиҙәрсә ҡыйғанмы?

Бөгөн баш ҡаланың бер урамында, тәҙрә аҫтында бер ҡатындың йәнһеҙ кәүҙәһе табылған, ә фатирҙа 16 йәшлек үҫмерҙе...

Әсә ҡыҙының ғүмерен вәхшиҙәрсә  ҡыйғанмы?
Әсә ҡыҙының ғүмерен вәхшиҙәрсә ҡыйғанмы?

Бөгөн баш ҡаланың “Планета” сауҙа үҙәге эргәһендәге  Нуреев урамында йәшәүселәр ҡот осҡос фажиғәнең шаһиты булған: иртән 6-сы йорттоң 24-се ҡатынан бер ҡатын осоп төшөп һәләк булған.

Шаһиттар полиция хеҙмәткәрҙәрен һәм “ашығыс ярҙам” хеҙмәтен саҡырған. Асыҡланыуынса, ҡатын был йортҡа  күптән түгел Туймазы районынан килеп 16 йәшлек ҡыҙы менән урынлашҡан, бейек ҡаттағы фатирҙарҙарҙың береһендә фатирҙы ҡуртымға алған.

Полиция хеҙмәткәрҙәре әйтелгән фатирға ингәс, ҡот осҡос күренешкә тап булған: унда 16 йәшлек ҡыҙҙың вәхшиҙәрсә үлтерелгән кәүҙәһен тапҡандар.

“Комсомольская правда” порталы үҙ сығанаҡтарына таянып  хәбәр итеүенсә,  52 йәшлек ҡатындың ҡыҙы йүнәлмәй торған ауыр сирҙән яфаланған. Өфөлә иһә улар дауаланыу курсы үткән.

Әлеге ваҡытта фажиғә урынында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре эшләй, енәйәт эше ҡуҙғатылған.  

Бер фараз буйынса, әсә иң тәүҙә ҡыҙының ғүмерен ҡыйған, унан үҙ-үҙенә ҡул һалған. Әлеге ваҡытта ваҡиғаның барлыҡ үҙенсәлектәре асыҡлана.

Фото: “Уфа1” порталы

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: