Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Август , 19:00

Әбейҙең ғүмерен кем ҡыйған?

"Ул бесәйҙәргә һәм эттәргә ҡарата ҡаты ине, шуға үс алырға булдым", - 81 йәшлек әбейгә бысаҡ менән ташланған һәм уның өйөн яндырған ир, асыҡланыуынса...

Әбейҙең ғүмерен кем ҡыйған?
Әбейҙең ғүмерен кем ҡыйған?

Учалы районының Ахун ауылында ҡот осҡос енәйәт ҡылынған: 81 йәшлек әбейҙең ғүмерен ҡыйғандар һәм ҡанлы эҙҙәрҙе юйыу өсөн йортон яндырғандар.

Был хаҡта республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Баҡһаң, был вәхшилекте әбейҙең 24 йәшлек күршеһе эшләгән. Ул тәүҙә урындағы китапхананан монитор урлаған. Уны әбейҙең участкаһына йәшергән. Шул саҡ ирҙең ҡолағына көсөк тауышы ишетелнән. Иҫерек әҙәм күрше әбейҙең эт һәм бесәйҙәргә ҡарата ҡаты булыуын, уларҙы ихатаһынан ҡыуып сығарыуын иҫенә төшөргән һәм... үс алырға ҡарар иткән. Ир кәртә аша төшөп, әбейҙең йортона ингән һәм оло кешегә бысаҡ менән ташланған. Унан әбей үлгәнен аңлағас, енәйәт эҙен йәшереү өсөн йортҡа ут төрткән. Енәйәтсе эҙҙәрен ни тиклем йәшерергә тырышмаһын, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре уны тиҙ асыҡлаған. Кәртәлә ирҙең бармаҡ эҙҙәрен тапҡандар, ауыл халҡынан һорашып, уның алибиһын тикшергәндәр. Ҡанлы әйберҙәре лә табылған. Дәлилдәр нигеҙендә ир енәйәт ҡылыуын таныған. Ул тейешле язаһын аласаҡ.

 

Фото: "Известия"

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в