+21 °С
Болотло


Борай ауылында 30 йәшлек Альбина Нуриәхмәтова ғәйеп булған. Был турала “Лиза Алерт” эҙәрмәндәр отрядынан хәбәр итәләр.
Мәғлүм булыуынса, ҡатын шишәмбе көн, 2 августа, өйөнән сығып киткән һәм шунан бирле уның ҡайҙалығы билдәле түгел.
Юғалған көндә Альбина зәңгәр футболка, ҡара салбар, зәңгәр тәпешкә кейгән.
Уның ҡайҙалығын белһәгеҙ 8 (800) 700-54-52 йәки 112 телефонына шылтыратыуҙы һорайҙар.
Фото: "Лиза Алерт".