Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Август , 13:00

Ишембайҙа эттәр балаға ташланған...

Был хәл нисек тамамланыр ине - күҙ алдына ла килтереүе ҡурҡыныс... Беҙ ваҡиғаға асыҡлыҡ индереү маҡсатында, махсус хеҙмәттәргә мөрәжәғәт иттек. 

Ишембайҙа эттәр балаға ташланған...
Ишембайҙа эттәр балаға ташланған...

Ишембай ҡалаһының Көньяҡ биҫтәһендә берәҙәк эттәрҙең ете йәшлек балаға һөжүм итеүе тураһындағы яҙманы тыныс ҡына ҡарап булмай. Бәхеткә күрә, балаға бер ир ярҙам итеп өлгөргән – ул эттәрҙе ҡыуып ебәрә. Юғиһә, был хәлдең фажиғәле тамамланыуы ла ихтимал ине. Был осраҡта, Хоҙай аралаған, тип әйтергә генә ҡала.

Әлбиттә, был хаҡтағы видеояҙма (авторы - Илнур Әсәҙуллин) социаль селтәрҙа инде бер аҙна йөрөй, уның буйынса төрлө фекерҙәр яҙалар, бәхәстәр бара. Беҙ ваҡиғаға асыҡлыҡ индереү маҡсатында, Ишембай районының ауыл хужалығы, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология бүлеге начальнигы Рөстәм Рәмил улы Мөхәмәтйәновҡа мөрәжәғәт иттек.

– Был хәл 28 июлдә иртәнсәк булды. Беҙ ошо хаҡта хәбәр алғас, ваҡиға урынына сыҡтыҡ. Унда туғыҙ этте ауланылар, әле улар карантинда. Туғыҙ эттең икәүһенең чипы бар ине. Ҡалғандарын да эшкәртеп, стерилләү сараһы күреләсәк.

Быға тиклем бындай өйөр ҡалала күренгәне булманы, шуға ла улар яңыраҡ тупланып алғандыр. Ауланған эттәрҙе ветеринар станция хеҙмәткәрҙәре ҡотороҡ ауырыуына тикшерә. Кешеләргә хәүеф тыуҙырған эттәрҙе башҡаса сығармаясаҡтар, улар бикле торасаҡ.  

Район хакимиәте берәҙәк эттәрҙе аулау буйынса подрядсы ойошма – “Арғымаҡ” агрохолдингы менән килешеү төҙөгән. Улар эттәрҙе даими аулай. Социаль учрежниелар эргәһен даими ҡарайҙар. Ҡала буйынса аҙнаһына - ике, ә районға бер тапҡыр сығып, эт аулау ойошторалар. Шулай уҡ берәҙәк эттәр буйынса мәғлүмәттәрҙе урындағы халыҡ район һәм ҡала хакимиәтенә хәбәр итә. Бер мөрәжәғәт тә иғтибарҙан ситтә ҡалмай, шунда уҡ урынға сығалар, сара күрәләр, – тине Рөстәм Мөхәмәтйәнов.

Ишембай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, баланың хәле яҡшы. Шулай уҡ барлыҡ хеҙмәттәр мәсьәләне хәл итеү өсөн оператив сара күргән.

Берәҙәк эттәр мәсьәләһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ишембайҙарҙың ғына бәләһе түгел, ә тотош йәмғиәтебеҙҙә көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, уларҙы күрергә мөмкин. Советтар Союзы заманында, һорап та тормайынса, ата ла китәләр ине, хәҙерге закондар быны тыя. Шул уҡ ваҡытта уларҙы бер урында бикләп, ашатып тотоу өсөн дә шарттар юҡ. Бының өсөн ҙур матди сығым талап ителә.

Берәүҙәр эттәрҙе атыу яҡлы, икенселәр – ҡаршы. Был һорау буйынса йәмғиәтебеҙ икегә бүленде. Шул уҡ ваҡытта: “Был берәҙәк эттәр ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң? Кем уларҙы үрсеткән? Кем уларҙы урамға сығарып ташлаған?” – тигән һорауҙар ҙа тыуа. Кеше үҙе түгелме?!

Ниндәй генә һорауҙар бирһәк тә, был мәсьәләнең сиге күренмәгән кеүек. Шуға ла әлегә үҙебеҙгә һаҡланыу сараһы күрергә кәрәк: балаларҙы ҡарауһыҙ тышҡа сығармағыҙ; эттәр күрһәгеҙ, уларға яҡын бармағыҙ; берәҙәк эттәр тураһында үҙегеҙҙең район, ҡала, ауыл биләмәһе хакимиәттәренә хәбәр итегеҙ; урындағы яуаплы кешеләр сара күрмәһә, күҙәтеү органдарына мөрәжәғәт итергә ҡала.  

Фото: скриншот.

Видеояҙма “Ашҡаҙар” гәзитенең социаль селтәрҙәге төркөмөнән.        

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в