Башҡортостан
+10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Август , 21:00

Һуңғы минуттарын төшөргәндәр...

Баш ҡалала фажиғәле һәләк булған әсә менән ҡыҙ тарихының яңы үҙенсәлектәре асыҡланған

Һуңғы минуттарын төшөргәндәр...
Һуңғы минуттарын төшөргәндәр...

Кисә баш ҡаланың “Планета” сауҙа үҙәге эргәһендәге  Нуреев урамында йәшәүселәр ҡот осҡос фажиғәнең шаһиты булыуын, иртән 6-сы йорттоң 24-се ҡатынан бер ҡатын осоп төшкәнен хәбәр иткәйнек.

Шаһиттар полиция хеҙмәткәрҙәрен һәм “ашығыс ярҙам” хеҙмәтен саҡырған. Асыҡланыуынса, ҡатын был йортҡа  күптән түгел Туймазы районынан килеп 16 йәшлек ҡыҙы менән урынлашҡан, бейек ҡаттағы фатирҙарҙың береһендә фатирҙы ҡуртымға алған. Фатир хаҡы тәүлегенә 4900 һум булыуы, унда сифатлы ремонт яһалыуы, барлыҡ шарттар булдырылыуы ла асыҡланған.

Полиция хеҙмәткәрҙәре әйтелгән фатирға ингәс, ҡот осҡос күренешкә тап булған: унда 16 йәшлек ҡыҙҙың вәхшиҙәрсә үлтерелгән кәүҙәһен тапҡандар. Фараз буйынса, әсә иң тәүҙә ҡыҙының ғүмерен ҡыйған, унан үҙ-үҙенә ҡул һалған.

“Комсомольская правда” порталы үҙ сығанаҡтарына таянып  хәбәр итеүенсә,  52 йәшлек ҡатындың ҡыҙы йүнәлмәй торған ауыр сирҙән яфаланған. Өфөлә иһә улар дауаланыу курсы үткән.

Mash Batash порталы иһә йортта ҡуйылған камераларҙың видеояҙмаларын алған. Унда әсә менән ҡыҙҙың һуңғы минуттары сағыла. Улар үҙ-ара һөйләшәләр,  тотоштарында бер ниндәй ҙә көсөргәнеш тойолмай. Артабан фатир эсендә нимә булғанын, ни өсөн әсә ғәзиз балаһына бысаҡ менән ташланғанын, ә аҙаҡ бейеклектән аҫҡа ташланыуын  хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре асыҡлай.

 

Фото: “Комсомольская правда” порталы

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в