Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Август , 14:30

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре кемгә һунар иғлан иткән?

Бөгөн һәм ял көндәрендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләй, рейдтар ойоштора.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре кемгә һунар иғлан иткән?
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре кемгә һунар иғлан иткән?

Күптәрҙә: “Ниндәй һунар?” – тигән һорау тыуыр. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған водителдәрҙе асыҡлау буйынса рейдтарҙы дауам итә. Уларҙың сираттағыһы кисә Иглин районында үтте.

Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль юлының 1506-сы километрында республиканың ЮХХДИ идаралығының айырым батальоны хеҙмәткәрҙәре автомобилдәрҙе тикшерҙе, айырыуса пассажир транспортына иғтибар итте.

Улар бөтәһе 120 транспорт сараһы туҡтатҡан, уларҙың 89-ы – автобус. Тикшереү барышында 34 административ тәртип боҙоу осрағы асыҡланған.

– Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең бындай иғтибарын Башҡортостан халҡының күпселеге аңлап ҡабул итә. Был автомобиль юлдарында тәртип һаҡлау һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында күрелгән саралар, – тип белдерҙе республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов.

Әйткәндәй, бөгөн һәм ял көндәрендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләй, рейдтар ойоштора. Улар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы асыҡлау менән генә сикләнмәй, шулай уҡ иҫерек водителдәрҙе аулауға айырыуса иғтибар бирә.

Ялдарығыҙ файҙалы үтһен. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ, эскән килеш рулгә ултырмағыҙ!

Фото: скриншот.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре кемгә һунар иғлан иткән?
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре кемгә һунар иғлан иткән?
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре кемгә һунар иғлан иткән?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в