Хәүефһеҙлек
6 Август 2022, 16:00

Айыуҙы ҡуҙғытмау хәйерле

Социаль селтәрҙә ошо видеояҙма таралды. Үҙен оҙаҡ итеп видеоға төшөргән кешене айыу өҙгөсләп ташлай... 

Айыуҙы ҡуҙғытмау хәйерлеАйыуҙы ҡуҙғытмау хәйерле
Айыуҙы ҡуҙғытмау хәйерле

Социаль селтәрҙә ошо видеояҙма таралды. Үҙен оҙаҡ итеп видеоға төшөргән кешене айыу өҙгөсләп ташлай. Этик нормаларҙы һаҡлап, был ҡурҡыныс хәл булған урында төшөрөлгән фотоны бирә алмайбыҙ.

Урман-ҡырҙа айыу менән осрашһағыҙ нимә эшләргә? Белгестәр түбәндәге кәңәштәрҙе бирә:

– бер ҡасан да айыуға яҡын бармағыҙ;

– йәнлекте ҡурҡытырға маташмағыҙ, таяҡ кеүек нәмә менән һелтәнмәгеҙ, уның ташланыуы ихтимал;

– айыуҙан ҡасмағыҙ, улар баҫтырырға ярата. Йөҙөнә ҡарап, яйлап ҡына артҡа сигенегеҙ.

Был видеояҙмалағы ише, йәнлекте ҡуҙғытып, оҙон-оҙаҡ фотоға йәки видеоға төшөрөү – аҡылһыҙлыҡ.

Фото: bravedefender.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас