

Кисә, 5 августа, 22.30 сәғәттә Белорет районының Тирлән ауылында үлемесле авария теркәлгән. Совет урамындағы йәйәүлеләр үткәүеленән сығып барған 59 йәшлек ирҙе “Мотоленд” мотоциклы төкөтә. Транспорт сараһында 23 йәшлек егет булған. Етмәһә, уның водитель танытмаһы ла юҡ. Йәйәүле алған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында йән биргән.
Борай районында “Subaru Forester” автомобиле менән ҡаршы килгән “Volvo” йөк автомобиле бәрелешкән. Еңел автомобиль менән идара иткән 66 йәшлек Өфө кешеһе һәм уның 52 йәшлек пассажиры “Ашығыс ярҙам” килгәнсе үк һәләк була. Был авария киске сәғәт 11-селә Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе автомобиль юлында теркәлгән.
Ошо уҡ ваҡытта Ишембай районында Ишембай – Петровский автомобиль юлында 19 йәшлек егет “ВАЗ-2114” автомобилендә инвалид коляскаһындағы 44 йәшлек ирҙе бәрҙергән. Ир ваҡиға урынында һәләк булған. Водитель әйтеүенсә, һәләк булған ир юл уртаһында торған.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Юлығыҙ имен булһын!
Фото: скриншот.
Видеояҙма:@bash_gibdd.