Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
Кисә, 12:30

Кешеләр иҫерек водителде тотошорға ярҙам иткән

Уңайлы мәлдән файҙаланып, уны күмәкләп машинаһынан һөйрәп сығарғандар һәм... 

Кешеләр иҫерек водителде тотошорға ярҙам иткән
Кешеләр иҫерек водителде тотошорға ярҙам иткән

Ваҡиға Стәрлетамаҡ ҡалаһында теркәлгән: ҡала халҡы рулдәге иҫерек водителде тотошорға үҙҙәре үк ярҙам иткән.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә битараф булмаған ҡала халҡы уңға-һулға һуғылып, сәйер генә хәрәкәт иткән автомобилгә иғтибар иткән һәм уға идара итеүсенең айыҡ түгеллеген аңғарған.

Уңайлы мәлдән файҙаланып, кешеләр күмәкләп уны машинаһынан һөйрәп сығарып, полиция килгәнсе тотоп торған. Ваҡиға урам күҙәтеүе камераларына яҙҙырылған.

Ваҡиға урынына килеп еткән полиция хеҙмәткәрҙәре, ысынлап та, әлеге водителдең айыҡ булмауын, алкотестерҙың уның ҡанында 0,662 промиль алкоголь күрһәтеүен раҫлаған.

"Бик яҡшы эш башҡарғандар...", "Шундайҙар күберәк булһын ине...", "Авариялар ҙа кәмер ине...", "Рәхмәт уларға..." тип хуплау һүҙҙәре генә яуҙыра был хәл тураһында хәбәрҙар булған ҡала халҡы.

Фото: mkset.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас в