Хәүефһеҙлек
7 Август 2022, 10:30

Йөк машиналары ҡатнашлығындағы авариялар йышайған.

Юлдарҙа йөрөү хәүефлегә әйләнәме? 

Йөк машиналары ҡатнашлығындағы авариялар йышайған.Йөк машиналары ҡатнашлығындағы авариялар йышайған.
Йөк машиналары ҡатнашлығындағы авариялар йышайған.

2 августа сәғәт икеләрҙә Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль юлының Иглин районындағы участкаһында өс йөк автомобиле бәрешә. Республиканың ЮХХДИ идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, бер йүнәлештә хәрәкәт иткән ике “MAN” һәм “Scania” йөк автомобилдәре аварияға осраған. “MAN” йөк автомобилдәренең береһендәге водитель “ашығыс ярҙам” машинаһы килгәнсе үк йән биргән. Авария сәбәптәре асыҡлана.   

1 августа төнгө сәғәт өстәрҙә Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль юлында, Бүздәк районында, 31 йәшлек ир “Chevrolet Lacetti” автомобилендә тимер кәртәгә барып төкөлә. Мәғлүм булыуынса, тикшереү һөҙөмтәһендә водителдең эскән булыуы асыҡланған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн юл ҙур хәүеф сығанағына әйләнде. Мәҫәлән, уҙған ете айҙа Өфө ҡалаһында 834 аварияла кешеләр зыян күргән, уларҙа 32 кеше һәләк булған, 1031-е йәрәхәттәр алған. Шулай уҡ баш ҡалала юл-транспорт ваҡиғаларында 105 бала зыян күргән, бер бала һәләк булған. Республика юлдарында булған авариялар тураһында көн дә ишетеп торабыҙ. Ябай булмаған заманда йәшәйбеҙ, әммә күп осраҡта юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоп, беҙ тормошобоҙҙо тағы ла ҡатмарлаштырабыҙ, ғүмеребеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуябыҙ. Ә ашығыу кәрәкме икән? Уның хаҡы бик ҡиммәткә төшә бит.

Фото: @bash_gibdd.  

Йөк машиналары ҡатнашлығындағы авариялар йышайған.
Йөк машиналары ҡатнашлығындағы авариялар йышайған.
Йөк машиналары ҡатнашлығындағы авариялар йышайған.
Йөк машиналары ҡатнашлығындағы авариялар йышайған.
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас