Хәүефһеҙлек
8 Август 2022, 12:00

"Атай-әсәй генә бирешмәһен, донъя малы булыр ул..."

Бөрйәндә Вәсилә һәм Ғәбит Йәғәфәровтарға оло бәлә килгән.

"Атай-әсәй генә бирешмәһен, донъя малы булыр ул...""Атай-әсәй генә бирешмәһен, донъя малы булыр ул..."
"Атай-әсәй генә бирешмәһен, донъя малы булыр ул..."

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 7 августа республикала 28 техноген янғын теркәлгән, уларҙың 14 осрағында шәхси йорттар зыян күргән.  

Ошо көндәрҙә Яңы Монасип ауылында бер ғаилә оло ҡайғы кисергән – Вәсилә һәм Ғәбит Йәғәфәровтарҙың донъялары янған. Улар өйһөҙ, кейемһеҙ урамда тороп ҡалған. Ил төкөрһә - күл була, тип  райондаштары ярҙам йыйыуҙы ойошторған. Тормош кәрәк-яраҡтары, кейем һам аҡсалата ярҙам йыялар.

– Рәхмәт барығыҙға ла! Атай-әсәй генә бирешмәһен, донъя малы булыр ул. Иң мөһиме – барыбыҙҙа иҫәнбеҙ, – тип яҙған Гөлнара Дауытова социаль селтәрҙә.

Зыян күргән ғаилгә рухи ныҡлыҡ, сабырлыҡ теләйбеҙ.

Онотмағыҙ: бындай күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, шулай уҡ яңғыҙ йәшәгән өлкән кешеләргә иғтибарлы булырға, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәрәк. Йортоғоҙға янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал ҡуйырға онотмағыҙ.

Шулай уҡ йорттарҙы страховкалау сараһын күрергә кәрәктер, сөнки бик ҡиммәтсел заманда йәшәйбеҙ, төҙөлөш материалдарына ла хаҡтар юғары. Әгәр йорт страховкаланған булһа, уны яңынан төҙөү күпкә еңелләшәсәк. Күптәр: ”Был минең менән булмаясаҡ”, – тип уйлай һәм йорттарын страховкалау сараһын күрмәй. Ә бит һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын тигән.   

Видеояҙма һәм мәғлүмәт сығанағы: https://vk.com/burzyandar.

"Атай-әсәй генә бирешмәһен, донъя малы булыр ул..."
"Атай-әсәй генә бирешмәһен, донъя малы булыр ул..."
"Атай-әсәй генә бирешмәһен, донъя малы булыр ул..."
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас