Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Август 2022, 23:00

Иҫеректәр кеше үлтерә...

Үткән аҙнала юлдарҙа 73 кеше зыян күргән, етеһе һәләк булған.  

Иҫеректәр кеше үлтерә...
Иҫеректәр кеше үлтерә...

Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика юлдарындағы хәлдәр тикшерелде. Һуңғы мәғлүмәттәр менән транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев таныштырҙы.

Министр белдереүенсә, йыл башынан алып иҫерек водителдәр ғәйебе менән 123 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Уның һүҙҙәренсә, уҙған аҙнала Башҡортостанда 65 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 73 кеше зыян күргән, етеһе һәләк булған.  Йыл башынан республика юлдарында 208 кеше һәләк булған, был уҙған йылға ҡарағанда 40 кешегә аҙыраҡ, тип өҫтәне ул.

“2022 йылдың 1 авгусынан 7-һенә тиклем эскән килеш машинаға идара итеп тотолған водителдәрҙең һаны 243 кеше тәшкил иткән. Уларҙың туғыҙы юл-транспорт ваҡиғаһына осраған. Йыл башынан алып алкоголдән иҫереп йөрөгән водителдәрҙең дөйөм һаны 8 295 кеше тәшкил иткән. Уларҙың 123-ө юл-транспорт ваҡиғаһына осраған”, – тине Александр Булушев.

Фото: "ГорОбзор". 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: