

Башҡортостанда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу буйынса республика программаһы әҙерләнә. Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән профилле Ведомство-ара комиссия ултырышында ошо турала һүҙ барҙы. Яңы документ 2023 йылдан көсөнә инер һәм юлда хәүефһеҙлекте арттырыуға йүнәлтелгән сараларҙы системалаштырыр, тип күҙаллана.
Быйыл ете ай йомғаҡтарына ҡарағанда, Башҡортостанда юл фажиғәләренең кәмеүе күҙәтелә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов әйтеүенсә, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда юл-транспорт ваҡиғалары – 13,4 процентҡа, зыян күргәндәр – 10,8, ә һәләк булғандар 17,3 процентҡа кәмегән. Шул уҡ ваҡытта июлдә республика биләмәһендә 52 кеше юл һәләкәтенең ҡорбаны булған.
– Төп бурыстарҙың береһе – юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға хәүефһеҙлек күнекмәләрен норма булараҡ ҡабул итергә өйрәтеү, – тине Владимир Севастьянов.
Башҡортостан Башлығы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыуға комплекслы ҡараштың мөһимлеген билдәләне.
– Тәүге ярты йыллыҡты яҡшы һөҙөмтә менән үттек. Ләкин июлдәге статистика әүҙем эште дауам итеү зарурлығы күрһәтте. Шуға күрә юл фажиғәләрен иҫкәртеүгә йүнәлтелгән барлыҡ сараларҙы, һис шикһеҙ, ғәмәлгә индерергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Бер үк ваҡытта тәҡдимдәрҙе системалаштырыу, юлдарҙа хәүефһеҙлекте арттырыу буйынса өҫтәмә ғәмәлдәрҙе башҡарыу мөһим.
Республика етәксеһе Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына ЮХХДИ менән берлектә өс ай эсендә 2023 йылда тормошҡа ашырылған юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу буйынса программа проектын әҙерләп, тикшереүгә тәҡдим итергә ҡушты.
– Республикаға ошо йәһәттән ғәмәлдәрҙе берләштергән документ кәрәк, – тип һүҙен йомғаҡланы Радий Хәбиров. – Ноябрҙә беҙ тәҡдимдәр буйынса фекер алышырбыҙ, уларҙы тормошҡа ашырыу ваҡытын һәм финанслау сығанаҡтарын билдәләрбеҙ.
Фото: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press