Хәүефһеҙлек
8 Август 2022, 14:00

Сочиҙа яҡташыбыҙ һәләк булған

...Әммә канат юлы бик яй, сираттар ҙа ҙур, шуға күптәр йәйәү барырға ҡарар итә... 

Сочиҙа яҡташыбыҙ һәләк булғанСочиҙа яҡташыбыҙ һәләк булған
Сочиҙа яҡташыбыҙ һәләк булған

Өфө ҡалаһынан Сочиға ял итергә тип барған яҡташыбыҙ һәләк булған. Был турала Краснодар крайы буйынса Тәфтиш комитетынан хәбәр итәләр. Асыҡланыуынса, ир тауҙан төшөп килгән саҡта уны йәшен атҡан.

Фажиғә кисә, 7 августа Аибга тауы янында булған. Иргә 47 йәш. Һәләк булған мәлендә уның диңгеҙ кимәленән 2100 метр бейеклектә булғаны билдәле. Йәшен ирҙе асыҡ урында һуҡҡан.

– Улар асыҡ урында тауға һуҡмаҡ буйлап менеп бара ине. Канаткала яңғырауыҡлы элемтә аша яҡынлашып килгән йәшен тураһында иҫкәртеү тапшырылды. Әммә канат юлы бик яй, сираттар ҙа ҙур, шуға күптәр йәйәү барырға ҡарар итте, – тип һөйләгән шаһиттар.

Әлеге ваҡытта был хәл буйынса тикшереү бара. Тәфтишселәр фажиғәнең нисек килеп сыҡҡанын асыҡлаясаҡ һәм суд-медицина экспертизаһы билдәләйәсәк.

Фото: "Моя Уфа" порталы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас