Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Август 2022, 11:00

Тянь-Шань тауында Башҡортостан ҡыҙы һәләк булған

Бәхетһеҙлек уны тауҙың төньяҡ битләүенә төшкәндә һағалап тора - яҡташыбыҙ 300 метр бейеклектән ҡолаған.

Тянь-Шань тауында Башҡортостан ҡыҙы һәләк булған
Тянь-Шань тауында Башҡортостан ҡыҙы һәләк булған

Тянь-Шань тауҙарындағы походта Өфө ҡыҙы Мария Нечаева һәләк булған. Был хаҡта «Башҡортостандың тау туризмы» берләшмәһендә хәбәр ителә.

Өфөнән булған альпинистар төркөмө алтынсы категория ҡатмарлыҡтағы Хан Тенгри түбәһенә күтәрелгән. Бәхетһеҙ осраҡ 6 августа көндөҙгө сәғәт 1-се ярты тирәһендә теркәлгән, тауҙың төньяҡ битләүенә төшкәндә - 5900 метр бейеклектә Марияның ҡулы ысҡынып киткән һәм 300 метр аҫҡа осҡан.

Марияның кәүҙәһен ҡотҡарыусылар тапҡан, ул Төньяҡ Иныльчек базаһына һәм артабан Каракол ҡалаһына вертолет менән эвакуацияланған.

«Маша тәжрибәле турист ине, уның иңендә бик күп походтар һәм тауға үрләүҙәр, шул иҫәптән Ленин түбәһе. Ул альпинизм, ҡаяға үрмәләү, скайранинг менән етди шөғөлләнде, тауҙарҙы бик яратты. Был барыбыҙ өсөн дә оло юғалтыу. Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ», - ти дуҫтары.

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: