Хәүефһеҙлек
8 Август 2022, 13:00

Янабыҙ ҙа, батабыҙ ҙа...

Үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ! 

Янабыҙ ҙа, батабыҙ ҙа...Янабыҙ ҙа, батабыҙ ҙа...
Янабыҙ ҙа, батабыҙ ҙа...

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров Хөкүмәт кәңәшмәһендә уҙған аҙнаның ғәҙәттән тыш хәлдәре тураһында бәйән итте. Уның белдереүенсә, янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайламалар арҡаһында 710 кешене уттан һаҡлап ҡала алғандар.

Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгө көнгә республиканың торлаҡ фондын янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙар менән йыһазландырыу 51 процентҡа еткән. Йәрмәкәй (89%), Балтас (87,5%) һәм Нуриман (73,3%) райондары ошо күрһәткес буйынса иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. 2022 йылда был муниципалитеттарҙа янғындарҙа бер үлем осрағы ла теркәлмәгән.

Иң насар күрһәткестәр – Бәләбәй (42,6%), Кушнаренко (24,4%) һәм Благовещен райондарында (21,6%).  Шул уҡ ваҡытта, ағымдағы йылда Благовещен районында ғына янғындарҙа 10 кешенең ғүмере өҙөлгән.

Дөйөм алғанда, үткән аҙнала республикала 224 янғын булған. Уларҙа 17 кешенең ғүмере ҡотҡарылған, өс кеше һәләк булған.

Әлегә урман янғындары буйынса ла хәлдәр тотороҡло.

– Был осорҙа урман янғындары теркәлмәгән. Уҙған йыл менән сағыштырғанда урман янғындары майҙанын 23 тапҡырға кәметеүгә өлгәшелде, – тине Фәрит Ғүмәров.

Шулай уҡ комитет рәйесе белдереүенсә, һыу объекттарында 1-нән 7 авгусҡа тиклем алты кеше һәләк булған. 38 кешене ҡотҡарып ҡалғандар.

– Йыл башынан һыуҙа 55 кеше һәләк булған, батып үлгәндәр һаны 41 кешегә кәмегән. Һыуҙа үлем осраҡтарының төп сәбәбе – йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инеү, – тине Фәрит Ғүмәров.

Бөгөнгә республикала 124 махсус йыһазландырылған пляж эшләй, тип өҫтәне ул. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй.

Фото: resbash.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас