Хәүефһеҙлек
9 Август 2022, 04:30

Һаҡсыл һәм уяу булығыҙ!

Республика урмандарында янғын хәүефе арта

Урман хужалығы министерствоһыУрман хужалығы министерствоһы
Фото:Урман хужалығы министерствоһы

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министр­лығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 7 августа республикала 28 техноген янғын теркәлгән, уларҙың 14 осрағында шәхси йорттар зыян күргән. 

Республика урмандарында ла янғын хәүефе арта. Йыл башынан республика урмандарында 45 янғын сығанағы теркәлгән һәм уларҙа 292 гектар самаһы майҙан зыян күргән. Әле Башҡортос­танда урыны менән ғәҙәттән тыш янғын хәүефе янай.

Иҫегеҙҙәлер, былтыр урман янғын­дары күп булды. Августа һауа торошо­ноң ҡоро һәм эҫе тороуы ошондай уҡ хәлгә илтеүе ихтимал. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә республика урмандарында өс, дүрт һәм биш класс янғын хәүефе тыуған. Шул иҫәптән, 13 районда – Баҡалыла, Балаҡатайҙа, Бүздәктә, Бөрйәндә, Дүртөйлөлә, Йылайырҙа, Ҡариҙелдә, Көйөргәҙелә, Мәләүездә, Стәрлебашта, Стәрле­тамаҡта, Федоровка һәм Яңа­уылда дүртенсе класс янғын хәүефе һаҡ­лана. Архангел, Асҡын, Бөрө һәм Кушнаренко райондарында бишенсе класс янғын хәүефе иғлан ителде.   

 Шуға ла урманда ут менән һаҡ эш итегеҙ, тәмәке төпсөгөн һүндер­мәйенсә ташламағыҙ, усаҡты махсус урында ғына яғығыҙ. Онотмағыҙ: һеҙҙең һаҡсыл­лыҡ меңәрләгән гектар урманды, хайуандар донъяһын бәләнән ҡотҡа­расаҡ!

ИҒТИБАР

13 районда – Баҡалыла, Бала­ҡатайҙа, Бүздәктә, Бөр­йәндә, Дүртөйлөлә, Йылайырҙа, Ҡари­ҙелдә, Көйөргәҙелә, Мәлә­үездә, Стәр­лебашта, Стәрлета­маҡта, Федоровка һәм Яңауылда дүртенсе класс янғын хәүефе һаҡлана. Архангел, Асҡын, Бөрө һәм Кушнаренко райондарында бишенсе класс янғын хәүефе иғлан ителде.

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас