Хәүефһеҙлек
9 Августа 2022, 05:05

Юлда бәлә-ҡазаһыҙ йөрөр өсөн...

Эҫелә водителдәргә ниндәй хәүеф янағанын беләһегеҙме?

carsweek.rucarsweek.ru
Фото:carsweek.ru

Ҡыш көнө юлда йөрөү һауа шарттары арҡаһында бермә-бер хәүефлегә әйләнә. Тик йәй көнө лә водителдәрҙе байтаҡ хәүеф һағалай. Улар тураһында Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Һәр сәфәр алдынан тәү сиратта үҙеңә һәм транспортыңа ҡарата ышаныс булырға тейеш.

Водителдәргә сирләгән ваҡытта, реакцияны кәметеүгә һәләтле дарыуҙар ҡабул иткәндән һуң, ныҡ ҡуҙғыған һәм айырыуса иҫерек килеш рулгә улты­рырға ярамай.

Эҫе һауа водителдәрҙең хәл-торошона ла кире йоғонто яһай. Уның организмға тәьҫире алкоголдекенә оҡшаған – кешенең юлдағы ғәҙәти булмаған хәлгә реакцияһы кәмей, был иһә юл-транспорт ваҡиғаһы килеп тыуыу хәүефен арттыра.

Күп кенә водителдәр был хаҡта уйлап та бирмәй. Ә бит юғары температура хәлһеҙләндерә, уяулыҡ кәмей, бигерәк тә автомобиль “тығын”дарында бер нисә сәғәт торғанда. Оҙайлы сәфәрҙәр өсөн ваҡытты дөрөҫ һайларға кәрәк – быны иртән көн эҫегәнсе йәки кисен, һалҡын төшә биргәс, эшләү яҡшы. Машинала етерлек миҡдарҙа эсәр һыу йәки башҡа һалҡын эсемлек йөрөтөү яҡшы.

Тиҙлек режимын һаҡлағыҙ. Автомо­билдә тиҙлекте арттырып йөрөү ысын “рус рулеткаһы”на әүерелә. Бер дөрөҫ булмаған хәрәкәт яһау етә – ҙур тиҙлек­тә килгән автомобиль емерек металл киҫәгенә әйләнергә мөмкин.

Рулдә йоҡлап китмәгеҙ. Йоҡо килеүе һиҙҙермәй. Тәүге мәлдә ул ҡыҫҡа ваҡытҡа хәтерҙе юғалтыу менән һиҙ­ҙер­тә, әйтерһең, юлдың ҡайһы бер өлө­шө юғала. Иҫнәү, күҙ йомолоуы, транс торошо, фантом объекттары – былар барыһы ла яҡынлашып килгән йоҡо билдәһе.

Транспорт сараһын уҙып китеүҙе дөрөҫ башҡарығыҙ. Маневрҙың хәрәкәттә ҡатнашыусылар һәм үҙегеҙ өсөн хәүефһеҙ икәненә тулыһынса ышанғас ҡына уны башлағыҙ. Уҙыш тиҙ булырға тейеш. Ҡаршы һыҙатта ни тиклем аҙыраҡ булһағыҙ, шул тиклем хәүефһеҙерәк. Уҙып барған машина тиҙлегенән һеҙҙеке сәғәтенә 20 кило­метрға күберәк булырға тейеш. Был осраҡта еңел автомобилде уҙып китеү алты секунд самаһы ваҡытты ала. Маневрҙы уҙып киткән машинаның юлы­на сыҡмаҫлыҡ ара менән тамам­лағыҙ. Ошо участкала уҙып китеүе рөхсәт ителгәненә инанығыҙ. Хәрәкәтте идеаль техник тороштағы автомобилдә генә башҡарырға мөмкин.

Кондиционерығыҙ сифатлы хладагент менән етерлек кимәлдә тәьмин ител­гәнен тикшерегеҙ. Уны даими таҙартып тороғоҙ. Шулай иткәндә генә эҫелә автомобилегеҙҙең климат системаһы салонға килгән эҫе һауаны һыуыта алыр, тип ышанырға була.

Йәйгеһен ҡышҡы резина ҡуллан­мағыҙ, сөнки уның тормоз юлы һиҙелерлек арта.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас