Хәүефһеҙлек
10 Август 2022, 06:15

Апаһы көн һайын илай

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир медицина ярҙамында мохтаж һәм бәлки өйөнә ҡайта алмайҙыр

Апаһы көн һайын илайАпаһы көн һайын илай
Апаһы көн һайын илай

31 июлдә Бәләбәй районының Приютово ауылында йәшәгән ир юғалған. Был турала “Барс” эҙәрмәндәр отряды хәбәр итә. Ул – 39 йәшлек Дмитрий Пашин. Ирҙе тәүҙә үҙаллы эҙләгәндәр, һөҙөмтә булмағас, ирекмәндәргә мөрәжәғәт иткәндәр.

– Уны туғандары ныҡ көтә, апаһы көн һайын илай һәм үҙ көстәре менән табырға тырыша. Беҙҙең эҙәрмәндәр бер нисә тапҡыр Бәләбәйҙән Приютовоға һәм күрше ауылдарға барҙы, тик һөҙөмтә юҡ, – тигән ирекмәндәр.

Ирекмәндәр битараф булмаған кешеләргә мөрәжәғәт итә һәм фотоны иғтибар менән ҡарауҙы һорай. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир медицина ярҙамында мохтаж һәм бәлки өйөнә ҡайта алмайҙыр.

Дмитрийҙың билдәләре: буйы 172 сантиметр, уртаса буй-һынлы, саллана башлаған һары сәсле, күҙҙәре күк. Юғалған көндө зәңгәр футболка, ҡара-зәңгәр трико, ҡара кроссовки кейгән. Уның ҡайҙа икнлеген белһәгеҙ 8 937 357 79 33 телефоны буйынса хәбәр итеүегеҙ һорала.

Фото: "Барс" отряды. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас