

Өфөлә йәшәгән Мария техник һәм ҡая альпинизмы, скайраннинг менән күптән шөғөлләнгән. Ҡатындың күп тапҡыр ошо йүнәлешле походтарҙа, тауға күтәрелеүҙә ҡатнашҡанлығы мәғлүм.
Фажиғә үткән шәмбелә - 6 августа булғайны. Мария Нечаева алты кешенән торған төркөм менән иң ҡатмарлы иҫәпләнгән бейеклеккә - Хан-Тәңре түбәһенә юллана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 5,9 мең метр бейеклектә аяғы тайып, аҫҡа оса. Уның кәүҙәһен ҡотҡарыусылар 300 метр түбәндә таба.
Ҡатын яңғыҙы бер ул тәрбиәләгән, ул быйыл урта мәктәпте тамамлап, Мәскәүҙә юғары уҡыу йортона уҡырға ингән.
Марияны бер аҙнанан ғына ерләү мөмкин буласаҡ, тип хәбәр иткәндәр, сөнки документтар йыйыу, ойоштороу эше шул тиклем ваҡыт талап итә.
Фото:"Бәйләнештә" селтәренән.