Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Август 2022, 17:00

Бүздәк районында автобус янған...

Автобуста 22 кеше булған

Бүздәк районында автобус янған...
Бүздәк районында автобус янған...

Бөгөн көндөҙгө сәғәт икеләрҙә М-5 “Урал” трассаһының 1373-өнсө километрында Октябрьский – Өфө маршруты буйынса хәрәкәт иткән “КАвЗ” автобусы ҡапыл тоҡанып, янып китә. Мәғлүм булыуынса, ул мәлдә пассажир транспортында 22 кеше булған. Бәхеткә күрә, улар иҫән-һау сығып өлгөргән.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәткәрҙәре автобусты һүндергән, ә пассажирҙар икенсе автобуста юлдарын дауам иткән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре был участкала транспорт ағымын яйға һалған.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, уҙған тәүлектә республика юлдарында ете автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән һәм алты кеше йәрәхәтләнгән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоуҙың 1500-ҙән ашыу осрағын теркәгән. Урланған ике автомобилде тапҡандар.

Юлдарығыҙ имен булһын һәм тик ҡыуаныстар килтерһен, ә бының өсөн күп тә кәрәкмәй – юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ.  

Фото: @bash_gibdd.

 

Бүздәк районында автобус янған...
Бүздәк районында автобус янған...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: