Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Август 2022, 20:30

Берҙән-бер бала булған...

Ата-әсәнең хәсрәтен аңлатып бөтөрлөк тә түгел

Берҙән-бер бала булған...
Берҙән-бер бала булған...

Кисә Белорет районының Ломовка ауылы янында булған фажиғә тураһында хәбәр иткәйнек. Бында, Ағиҙел йылғаһында, 12 йәшлек малай батып һәләк булды. Һыуҙа батҡан баланың кәүҙәһен шаһиттар күреп ҡала һәм ярға сығара. Урынға шунда уҡ килеп еткән табиптар реанимация саралары үткәреп ҡараһа ла, һуң була, уны ҡотҡара алмайҙар.
Бөгөн иһә үҫмерҙең кемлеге асыҡланды. Ул Белорет районында йәшәгән, 19-сы мәктәптең бишенсе класында уҡыған. Был турала "Моя Уфа" порталы хәбәр итә. Дуҫтары ла, уҡытыусылары ла уның тураһында тик яҡшы һүҙҙәр әйтә.

“Малай һәйбәт ғаиләнән. Тыныс, бер ҡасан да һуғышып йөрөмәне. Һәйбәт уҡыны, дәрес ҡалдырғаны булманы. Бала түгел, а алтын ине”, – тип һөйләгән уның класташтарының береһенең әсәһе.

Шуныһы аяныслы, малай ғаиләлә берҙән-бер бала булған. Малайҙы иртәгә ерләйәсәктәр. Әле уның ата-әсәһенең ни тиклем ҡайғы кисергәнен күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Беҙ уларҙың оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ә башҡаларҙы йәнә иҫкәртәбеҙ: балаларҙы яңғыҙҙарын һыу буйына ебәрмәгеҙ. Бергә барған хәлдә лә, уларҙан бер минутҡа ла күҙ яҙлыҡтырмағыҙ. Балаға батыу өсөн күп кәрәк түгел шул...

Фото: "Моя Уфа" порталы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: