Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Август 2022, 14:30

Йәшәргә лә йәшәргә ине бит...

Дүрт кеше һәләк булған

Йәшәргә лә йәшәргә ине бит...
Йәшәргә лә йәшәргә ине бит...

Кисә Бөрө – Тастүбә – Һатҡы – автомобиль юлының 92-се километрында Өфөнән 37 йәшлек ҡатын “Mazda Demio” автомобилендә идараны юғалтып, юл ситенә ауҙарыла. Үҙе ашығыс ярҙам машинаһы килгәнсе үк йән бирә, ә уның 11 йәшлек улын дауаханаға алып китәләр. Шулай итеп, авария һөҙөмтәһендә тағы ла бер бала етем ҡалды.

Киске сәғәт һигеҙҙәрҙә Ишембай районында Ишембай - Кинйәбулат автомобиль юлының икенсе километрында 58 йәшлек ир "Renault Sandero" автомобилендә идараны юғалтып, юл ситенә ауҙарыла. Ул да шунда уҡ һәләк булған.

Кисен Әбйәлилдә лә оло фажиғә булды. Озерный - Күсем Руднигы юлының дүртенсе саҡрымында "Лада Приора" менән ҡаршы килгән "KIA" автомобилдәре бәрелешкән. Һөҙөмтәлә ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Авария сәбәптәре асыҡлана. 

ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә төбәктә 11 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 12 кеше йәрәхәтләнгән. Юл патруле хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоуҙың 1500-ҙән ашыу осрағын теркәгән, 26 иҫерек водителде тотҡан, уларҙың бишеһе икенсе тапҡыр эләккән.  

Әлбиттә, водителдәҙең эскән килеш рулгә ултырыуы көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Мәҫәлән, 7 августа Дәүләкән ҡалаһында 49 йәшлек водитель “Renault Fluence” автомобилендә 63 йәшлек йәйәүлене таптҡан. Водитель иҫерек булған, ә һәләк булған ир рөхсәт ителмәгән урындан юл аша сығып барған.  

– Был юлы икеһе лә юл хәрәкәте ҡағиҙәһен үтәмәгән тип һөҙөмтә сығарырға мөмкин: береһе – эскән килеш транспорт менән идара иткән, икенсеһе – рөхсәт ителмәгән урындан юл аша сыҡҡан. Шуға ла һин водитель йәки йәйәүле булһаң да, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен үтәргә, ябай ҡағиҙәгә лә яуапһыҙ ҡарарға тейеш түгелһең. Шул саҡта был фажиғәләргә тарымаҫҡа мөмкин, – ти ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов.

Эскән килеш автомобиль менән идара иткән водителдәргә яза ҡаты, беренсе тапҡыр эләккәндә - 30 мең һум, икенсе тапҡыр эләккәндә 250 мең һумға тиклем штраф һалыу һәм бер йылға иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Шулай уҡ ҡайһы бер вазифаларҙы биләү ике йылға тыйыла. Ә инде уның ғәйебе менән кеше һәләк булһа, төрмәгә ултырталар. Күреүебеҙсә, ауыҙға хужа булмауҙың - спиртлы эсемлектәр ҡулланғандан һуң рулгә ултырыуҙың хаҡы бик ҡиммәткә төшә, төҙәтелмәҫлек хаталарға алып килә. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Ғүмер бер генә бирелә!  

Фото: @bash_gibdd.

Йәшәргә лә йәшәргә ине бит...
Йәшәргә лә йәшәргә ине бит...
Йәшәргә лә йәшәргә ине бит...
Йәшәргә лә йәшәргә ине бит...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: