Хәүефһеҙлек
12 Август 2022, 14:00

Биш үҫмер иҫһеҙ табылған

Уларҙың барыһын да ауыр хәлдә дауаханаға алып киткәндәр.

Биш үҫмер иҫһеҙ табылғанБиш үҫмер иҫһеҙ табылған
Биш үҫмер иҫһеҙ табылған

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһенең күп ҡатлы йорттарының бер фатирында аңын юғалтҡан 14-15 йәшлек биш үҫмерҙе тапҡандар. Билдәле булыуынса, ҡыҙҙар һәм бер малай илерткес  дарыу ашаған, иҫерткес эсемлектәр ҡулланған. Уларҙың барыһын да ауыр хәлдә дауаханаға алып киткәндәр.

Әлеге ваҡытта ике бала - Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында аңын юғалтҡан хәлдә реанимация бүлегендә, 17-се ҡала клиник дауаханаһында - бер бала реанимацияла, ул да аңын юғалтҡан, тағы икәүһенең хәле уртаса ауырлыҡта.

Уларҙы был аҙымға нимә этәргән? Каникулда нимә менән шөғөлләнергә белмәй, шундай аҙымға барғандармы, ата-әсәләре ҡайҙа булған? Ошо һорауҙарға яуапты улар аңдарына килгәс, бирер тигән ышаныста табиптар. Ваҡиға буйынса тикшереү эше башланған.

Их, балалар... Ә бит хәлдең насар тамамланыуы ла ихтимал ине...

Ата-әсәләрҙе йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: балаларығыҙҙың кемдәр менән дуҫлашыуына иғтибарлы булығыҙ, һәр саҡ телефондан шылтыратып булһа ла хәлдәрен белегеҙ. Аҙаҡ үкенергә тура килмәһен!

Фото: "Башинформ". 

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас