

Республика урмандарында янғын хәүефе артты. Күҙаллауҙарҙан күренеүенсә, көндәрҙең эҫе тороуы һәм яуым-төшөм булмауы сәбәпле, был хәл алдағы осорҙа ла һаҡланасаҡ. Тәбиғәт байлыҡтарын янғын хәүефенән һаҡлау маҡсатында Урман хужалығы министрлығы урман фондын ерҙә һәм авиация ярҙамында күҙәтеүҙе көсәйтте.
Патрулдәрҙән тыш, урмандарҙағы хәлде “Урман һаҡлаусы” системаһы тәүлек әйләнәһенә контролдә тота. Әле республика биләмәһендә янғынға ҡаршы йырым режим эшләй. Урманда усаҡ яғыу ҡәтғи тыйыла. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоусылар административ, ҡайһы саҡта енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған граждандар өсөн минималь административ штраф күләме ун тапҡырға арттырылды һәм 15 мең һум тәшкил итте. Штрафтың юғары күләме –30 мең һум. Янғынға ҡаршы айырым режим шарттарында урмандарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар юғары – 40 мең һумдан ике миллион һумға тиклем.
Урман эсендә һәм тирә-яғында ут сығыуын күреү менән Урман хужалығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә шылтыратығыҙ: 8 (347) 218-14-14 йәиһә урман һаҡлауҙың берҙәм 8 (800) 100-94-00 телефон номерына.
Фото: traveltimes.ru