Хәүефһеҙлек
13 Август 2022, 09:25

Иғтибар: камера!

Камераларҙың һәм Wi-Fi нөктәләренең ҡайҙа урынлаштырылыуы менән танышығыҙ.

Иғтибар: камера!Иғтибар: камера!
Иғтибар: камера!

Ә һеҙ Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында 470 видеокүҙәтеү камераһы эшләүен белә инегеҙме?

Сервис ярҙамында провайдерҙарҙың ҡалаларҙа видеокүҙәтеү камералары һәм бушлай Wi-Fi нөктәләре урынлаштырған урынын табырға мөмкин.

Өфөлә Wi-Fi-ға тоташыу нөктәләре - Ҡашҡаҙан паркы, Еңеүҙең 50 йыллығы скверы, Яҡутов исемендәге парк, Аксаков һәм Салауат Юлаев баҡсалары, Ленин исемендәге парк, Дим паркы, Маяковский скверы, шулай уҡ Салауат Юлаев майҙаны, Өфө футбол клубы биләмәһе (Комаров урамы, 9), биатлон буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе һәм Ағиҙел йылғаһының яңыса йыһазландырылған яр буйы.

Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар ваҡыттарының күп өлөшөн саф һауала үткәргән йәй айҙарында интернетҡа тоташыу юғары нөктәгә етә, провайдер аңлатыуынса, ул мәлдә айына 100 000-гә тиклем ҡулланыусы интернетҡа тоташа икән.

maps.ufanet.ru сервисы ярҙамында камераларҙың һәм Wi-Fi нөктәләренең ҡайҙа урынлаштырылыуы менән танышығыҙ. Сығанаҡ: https://vk.com/it.bashkortostan

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас